Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 60-ҡа еткән ир-аттар һәм 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төбәк ташламаларын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен тикшерәсәк. Был турала республика парламенты Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев хәбәр итте.
Партияның сәйәси советы ҡарарына аңлатма биреп, Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышындағы “Берҙәм Рәсәй” депутаттар фракцияһына пенсия йәшендәгеләр өсөн элегерәк билдәләнгән төбәк социаль ярҙам сараларын һаҡлап ҡалыу тураһындағы мәсьәләне тикшерергә ҡушылыуы хаҡында һөйләне.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 31 декабренә ғәмәлдә булған барлыҡ федераль ташламаларҙы һаҡлап ҡалыуҙы хупланы. Әле бындай льготалар пенсияға сығыу сәбәпле бирелһә, уларҙы әлеге пенсия йәше нигеҙендә нығытыу күҙаллана. Әлеге ҡараш төбәк льготаларына ла ҡағыласаҡ. Ошо рәүешле кеше пенсияға сыҡҡанға тиклем үк социаль һәм медицина хеҙмәттәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү, ер һалымы һәм мөлкәткә һалым, йәмәғәт транспортынан файҙаланыу буйынса ташламаларҙан файҙалана аласаҡ. Беҙ шулай уҡ барлыҡ төбәк өҫтәмәләрен һәм компенсацияларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ, – тине Константин Толкачев.