Атлы Әмир10.05.2012
Төрлө уйҙарға сумып, Үрген ауылына яҡынлашҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ҡаргисеүҙең был яғында бер өйөр ат, берәм-берәм һибелеп, тибендә йөрөй. Хатта ҡолондарына тиклем оҫтарып алған: алғы тояҡтары менән ҡарҙы сапсып асалар ҙа, муйындарын һуҙып, ҡар аҫтынан сыҡҡан ҡурпыны йомшаҡ ирендәре менән сүпләйҙәр.
“Ниңә үрә ҡатып ҡалдың, әллә ат күргәнең юҡмы” тигәндәй, өлкән аттарҙың береһе, шөғөлөнән туҡтап, миңә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла, юлыңда бул тигән кеүек бышҡырып, ҡайтанан эшенә тотондо.
Ауыл халҡының ихласлығы — үҙе бер ғәжәп күренеш: тибендә йөрөгән аттарҙың кемдеке булыуын шул сәғәтендә үк белдем: Үргендең танылған комбайнсылар династияһының бер вәкиле — Әмир Зариповтыҡы икән. Әмир, комбайнынан төшкәс, атты ауыҙлыҡлаған. Афарин, Зариповтар, бөтә ғәләм ауылда эш тә, көш тә юҡ тип зарланған саҡта, һаман бына тигән итеп йәшәүҙәрен белә!
Әмир Зариповтың уңғанлығы йорт ихатаһынан уҡ күҙгә бәрелә: “Приора”һы, тәгәрмәсле тракторы, бесән сапҡысы, йыйғысы, арбаһы ла бар. Ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Мал аҙығы ла етерлек. Был Әмир нисек өлгөрә икән шул тиклем дә эште атҡарырға? Тибендә йөрөгән йылҡы малын ғына ун бер баш иҫәпләгәйнем...
Минең ғәжәпләнеүгә Әмирҙең бер ҙә иҫе китмәне, көлөмһөрәп кенә:
— Әлләсе, өлгөрәмсе. Мал бағыуҙы эшкә һанамайым — бала саҡтан өйрәнелгән эш инде ул. Йәй шул тулы бер айыңды бесән әҙерләүгә бағышлайһың да, кәртәңә ташып алһаң, ҡыш буйы ял итәһең, — тине. — Аттарҙы тибенгә өйрәтеп алғас, һәләк рәхәт. Иртән сығып китәләр, кисен ҡайтып инәләр. Өлкән бейәм өйөрөп, ҡарап йөрөтә уларҙы. Тик шуныһы бар: күҙ өҙмәй ҡарап торорға тура килә, юғиһә ат ҡараҡтары барлыҡҡа килгән беҙҙең яҡтарҙа...
— Былтыр йәй, атыбыҙҙы юғалтып, ауыл тирәләй 500 саҡрымдай юл үттек, — тип ҡушылды ҡайныһының һүҙенә кейәүе Азамат.
Мал тип йән атып торған оло хужа менән кесеһе түбәндәге хәлде бәйән итте: бер көндө ауылдан егермеләгән ат юғала. Хужалары малҡайҙарҙың бер өлөшөн эҙләп алып ҡайта, ҡайһылары яйлап үҙҙәре ҡайтып инә. Әммә Әмирҙең аты зым-зыя — ишеткән дә, күргән дә юҡ. Аптырағас, район үҙәгендә — Иҫәнғолда йәшәгән күрәҙәсегә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. “Ауылығыҙҙан үрҙәрәк, йәғни соҡор эсендә урынлашҡан бер ауылда ул. Көндөҙ барһаң, таба алмаҫһың, кисен генә сығара ул аттарҙы утлыҡҡа. Һатырға һөйләшеп тә бөткән. Ошо арала барып алмаһаң, ҡолаҡ ҡағасаҡһың малыңдан”, — тип күрәҙәсе хатта атының төҫөн дә әйтеп бирә.
Эҙләй торғас, юғалған малдың эҙенә төшә былар — Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылынан барып табалар. Бәләкәй ауылда ни, бер осонда сөскөрһәң, икенсе осонда ишетеп торалар. Баҡһаң, Үрге Һаҙҙағы ат ҡарағының кеше аттарын урлап һатыуы тураһында быға тиклем дә хәбәрҙар булған икән ауыл халҡы. Төртөп күрһәткәс ни, атты барып табыуы ауыр булмай. Асыҡланыуынса, ысынлап та, малды һатырға һөйләшеп, килешеп тә бөткән булған бур. Шуныһы ҡыҙыҡ: Әмир ат ҡарағы менән низағлашып тормай — айғырын етәкләп, һәүетемсә генә ҡайта ла китә...
Ғөмүмән, Әмирҙең үтә лә итәғәтле, йомшаҡ, изге күңелле булыуына тағы ла бер миҫал: нисәмә йыл йылҡы аҫраһа ла, уларҙың береһен дә йығып һалып һуйып ашағаны юҡ.
— Бала кеүек бағып үҫтереп, шундай ҙа аҡыллы, күҙеңә генә ҡарап торған атыңды нисек итеп бысаҡламаҡ кәрәк? — тип йылмайҙы ул. — Ун бер атымдың өсәүһен өс баламдың балаларына — ейәндәремә тәғәйенләгәнмен, берәүһен кесе ҡыҙым менән кейәүемә туйға һалғайным, хәҙер уларҙың аттары дүрт башҡа етте. “Орлик” ҡушаматлы тайым Рәзил улымдың икенсе класта уҡыған улы Илсур менән шул тиклем дуҫлашты — ейәнем мәктәптән тура тай янына килә. Шуныһы ғәжәп: Орликты ейәнем йүгәнһеҙ-ниһеҙ һыбай менеп йөрөй. Шул тиклем аҡыллы малҡай.
Аттарын тибенгә өйрәтеү әмәлен хужа былай тип аңлатты:
— Үҙемдекеләр тибендә йөрөй белмәй ине — бәйләп аҫраған йылҡы малы рәхәтлеккә, һөҙөмтәлә ялҡаулыҡҡа тиҙ өйрәнә ул. Йылайырҙан бер бейә һатып алып ҡайтҡайным, шуға эйәреп өйрәнде улар тибенгә.
Ат яманы тайға эйәрер тигән әйтемдең тап киреһе килеп сыҡҡан түгелме: ат яҡшыһы бейәгә эйәргән!
— Ниндәйҙер ниәт менән, әйтәйек, киләсәктә ҡымыҙ етештереү өсөн үрсетәһеңдер инде йылҡыны? — тигән һорауыма уның яуабы бер аҙ ғәжәпләндерҙе:
— Юҡ, ҡымыҙ етештереү өсөн малды йортта тоторға, өҙлөкһөҙ ашатырға кәрәк. Хәҙер ундай мөмкинлек бик сикләнгән бит. Ат минең өсөн килем сығанағы түгел, ә тәнемдә башҡорт ҡаны тиртеүен раҫлаусы ғына әмәлдер ул...
Әмирҙең тағы ла бер яғы хайран ҡалдырҙы: кәртәһендә нисә һыйыры барын иҫәбе менән түгел, ә һарайының ҡайһы урынында ниндәй һыйыры тороуы менән генә белә. Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл, тигәндәр бит.
— Әллә, бер ҙә иҫәпләгән юҡсы — һәр береһен танып ҡына беләм, — тип көлөмһөрәп, кейәүенә өндәште: — Иҫәплә әле — нисәү?
Ун һыйыр иҫәпләп сығарҙылар. Шуларҙың дүртәүһен һөт-ҡаймаҡ өсөн һауһалар, ҡалған алтауһын быҙауҙарын имеҙеп ҙурайтыу өсөн тота икән хужа. Имеп үҫкән быҙау тиҙ ҙә ҙурая, көр ҙә була. Ә көр малды һатып алыусы табылып ҡына тора. Ун һыйырҙан тыуған быҙау-башмаҡты иҫәпләп ҡара инде шунан! Быйыл, мәҫәлән, Зариповтар мал һатыуҙан ғына ла 200 мең һум тирәһе килем алған. Табышын һаҡлыҡ банкына алып барып һалмай заман крәҫтиәне — балаларына, туғандарына өй төҙөшөүгә тотона икән.
Әмирҙең ҡатыны Зәкиә лә, ҡыҙы Нурзилә лә эшкә шәп, өлгөр. Юғиһә, анау хәтлем донъяны, малды, ир-атты, балаларҙы бағыу өсөн күпме көс-тырышлыҡ кәрәк. Ир тапҡан болдо эш итә лә, тота ла белергә кәрәк бит.
— Ғүмерҙә лә кредит алғаным юҡ — барыһын да хәләл көс, тир менән табабыҙ. Ҡулдары эш белгән, иренмәгән, тырышҡан кешегә ауылда йәшәүе бер ҙә ауыр түгел, — Әмирҙең был һүҙҙәре уның ысын ер кешеһе булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Шулай булмай ни, колхоз бөтөүгә табан барғанда, Үрген бригадаһынан техниканы ла, малды ла күрше Новопетровск бригадаһына алып барып ҡушҡандарынан һуң, күптәр үҙәк бригадаға йөрөп эшләргә күнмәй. Ә Әмир ошоға тиклем фермаға ҡыш буйы йөрөп эшләгән, йәйен иһә күмәк хужалыҡтың 150–160 башмағын 40–50 саҡрым алыҫлыҡҡа ҡыуып алып барып көткән. Киләһе йәйгә лә ул хужалыҡ менән мал көтөргә килешеү төҙөргә уйлай.
...Мал, тереклек, тәбиғәт йәнле уҙаман 14 йәштән комбайнсы Булат, Ирек ағаларына ярҙам итә башлаған. Әмир мәктәпте тамамлағандан һуң ағайҙары юлынан китә. Утыҙ йылдан ашыу ғүмерен комбайн штурвалы артында үткәргән ул. 1986 йылда уның тырыш хеҙмәте юғары баһалана — “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад