Яҡын арала Күмертау авиация предприятиеһының “Ка-32” вертолеттары Төркиәләге эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте паркын тулыландырасаҡ. Ошо аҙнала сит илгә өс машина оҙатыу күҙаллана.
Күмертау предприятиеһы Төркиәнең Кааn Air компанияһы өсөн күп маҡсатлы ете “Ка-32А11ВС” вертолетын етештереүгә заказ алғайны. Быйыл Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә лә ошондай ике вертолет юлланасаҡ.
“Рәсәй вертолеттары” холдингының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, техниканың был моделе кешеләрҙе ҡотҡарыу, урмандағы, бейек биналарҙағы янғынды һүндереү өсөн бик ҡулай. Байтаҡ йылдар инде ошондай машиналар донъяның төрлө төбәктәрендә тәбиғи һәм техноген янғынға ҡаршы көрәштә уңышлы файҙаланыла. “Ка-32А11ВС” Рәсәйҙә, Канадала, Испанияла, Португалияла, Швейцарияла, Ҡытайҙа, Көньяҡ Кореяла, Индонезияла киң ҡулланыла.