Борай районында Башҡортостандың 100 йыллығына балалар баҡсаһы төҙөлә31.08.2018

Республиканың Борай районы Борай ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған объектты киләһе йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, объектта фундамент плитәләре һәм фундамент блоктар түшәү эштәре тамамланған. Сентябрь башында бинаның беренсе ҡатына кирбес һалыу башлана.

Планға ярашлы, объект төҙөлөшө Г формаһындағы балалар баҡсаһын һалыуҙы, блоклы газ ҡаҙанлығын, комплектлы трансформатор ярҙамсы станцияһын, дизель электр станцияһын, ике янғын резервуарын ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, инженер селтәрҙәрен һуҙыу һәм биләмәне төҙөкләндереү ҡаралған.

Дәүләт заказсыһы — Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы — «Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.


Вернуться назад