Өфөлә 1-2 сентябрҙә марафонсылар өсөн ҡала үҙәген ябалар31.08.2018
2 сентябрҙә Өфөлә дүртенсе тапҡыр Өфө халыҡ-ара марафоны ойошторола, унда 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Марафонды әҙерләү һәм уҙғарыу өсөн ҡала уртаһында 1 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тән алып 2 сентябрь төнгө 12-гә тиклем транспорт хәрәкәте ябыла.

Ошо ваҡыт арауығында 22-се маршрут буйынса йөрөгән троллейбустар Үҙәк баҙарҙа борола, 5-се, 16-сы трамвайҙар йөрөмәй.


Вернуться назад