Республиканың 49 район һәм ҡалаһынан 113 ауыл хужалығы предприятиеһы “500 ферма” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында уларҙы һайлап алыу буйынса комиссия эшләй, махсус бүлек асылды.
Программа республика Хөкүмәте тарафынан апрель аҙағында раҫланды. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә кәмендә 500 ауыл хужалығы ойошмаһы үҫеш аласаҡ, ауылда социаль тотороҡлолоҡ тәьмин ителәсәк.
Ошо көндәрҙә “Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу, Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын яңыртыу” айырым маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәләр уҙғарыла. Шуларҙың береһе Стәрлетамаҡ районындағы Калинин исемендәге йәмғиәттә үтте.
— Был программа малсылыҡ объекттарын яңы кимәлгә күтәрәсәк, — тине Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко. — Өҫтәүенә һөт малсылығының сифат күрһәткестәре лә яҡшырасаҡ, өҫтәмә тотҡарлыҡ, артыҡ сығым булмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта белгестәр “500 ферма” программаһында ҡатнашыуға дәғүә итеүселәргә мал аҙығы базаһына иғтибар бирергә кәңәш итә, сөнки ҡулай рацион етештереүҙе 20–30 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
— Башҡарылған эштең сифатына һәм күләменә етди контроль буласаҡ, — тине Николай Коваленко. — Беҙҙең бурыс — бөтә сараларҙы ваҡытында тормошҡа ашырыу, киләсәккә ҡараш ташлап эш итеү.
Стәрлетамаҡта үткәрелгән кәңәшмәлә документтарҙы әҙерләү, ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу шарттары тураһындағы мәғлүмәт бирелде.
— Төп талап — ауыл хужалығы етештереүсеһенең статусы, һыйырҙарҙың һаны кәмендә 300 баш булыуы, техник тикшереүҙең ыңғай һығымтаһы һәм аҡса йәһәтенән тәьмин ителгәнлек, — тип билдәләне ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов.
Предприятиеларҙың барлыҡ сығымы ҡатнашыусы статусын алғандан һуң ҡапланасаҡ. Яҡынса фараздарға ҡарағанда, 2016 йылға республикала һөт етештереү күләме 2 220 мең тоннаға етергә тейеш.
Кәңәшмәнең практик өлөшөндә Калинин исемендәге йәмғиәттең реконструкция барған малсылыҡ объекттары менән таныштылар. Ошондай уҡ кәңәшмәләр Тәтешле һәм Саҡмағош райондарында үтте.
Л. ДӘҮЛИЕВА.