Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе31.08.2018
Закон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ эше алып барыу өсөн файҙалы тип иҫәпләнә.
Һыу күләме буйынса бер миллион кубометрға тиклем булған ятҡылыҡтар быуа тип атала. Уны ҡуртымға алырға мөмкин, файҙалана белгәндәргә яҡшы килем килтерә. Унда балыҡ үрсетергә, түләүле балыҡ ҡармаҡлауҙы ойошторорға, ял итеү урыны булдырырға мөмкин.
1. Быуаны ҡуртымға алыр алдынан уның муниципаль, федераль йә шәхси хужаға ҡараған булыуын асыҡлау мөһим. Бының өсөн Федераль һыу ресурстары агентлығына һорау ебәрегеҙ. Барлыҡ мәғлүмәт Дәүләт һыу реестрында һаҡлана.
2. Урындағы муниципалитетҡа быуаны ниндәй маҡсатта ҡуртымға алырға теләүегеҙҙе күрһәтеп ғариза яҙығыҙ. Шул уҡ ваҡытта төбәк һыу ресурстары бүлексәһенә лә ғариза бирергә кәрәк. Уға ЕГРИП-тан йәки ЕГРЮЛ-дан күсермәһен, өс йылға ҡуртымға алыу ваҡытында быуаны ҡулланыу схемаһын, гидротехник ҡоролманы (әгәр булһа) ҡуртымға алыу килешеүен ҡушып һалырға кәрәк.
3. Ҡуртымға алыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителгәс, быуаны файҙаланыу буйынса үҙегеҙҙең хоҡуғығыҙ менән ныҡлап танышығыҙ. Беренсенән, һыу ятҡылығының экологик таҙалығын күҙәтергә тейешһегеҙ. Икенсенән, ғаризала күрһәтелгән маҡсатта ғына файҙаланырға бурыслыһығыҙ. Әгәр ҙә был талаптарҙы үтәмәһәгеҙ, килешеү тарҡатыласаҡ. Һыу ятҡылығы урынлашҡан ерҙе ҡуртымға алһағыҙ, быуаны ҡарау ҙа һеҙҙең иңгә һалына.