Дуҫлыҡ31.08.2018
Саксония ирекле дәүләте ландтагы делегацияһының эш сәфәре тығыҙ төҙөлгән. Ул рәсми осрашыуҙарға ла бай булды. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтте. Был осрашыуҙың үҙенсәлеге шунда: беҙҙең парламент тарихында быға тиклем сит илдән был тиклем күп һанлы делегацияның килгәне булмаған.

Тәүҙә сит ил ҡунаҡтары өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар Баш­ҡортостан Республикаһының Парламент музейын, ултырыштарҙың Ҙур залын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы залында, музейында булып, төбәктең парламенты тарихы менән яҡындан таныштылар. Һуңынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачев һәм депутаттар корпусы менән осрашыу уҙҙы.

– Башҡортостан менән Саксония араһындағы мөнәсәбәттәр йылдан-йыл нығына, асығыраҡ була бара, – тине Ҡоролтай Рәйесе үҙенең тәбрикләү һүҙендә.

Ошондай эшлекле осрашыуҙар ике яҡты ла ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә, сөнки ике ил парламентарийҙары ла хоҡуҡи өлкәлә үҫешкә, камиллашыуға йүнәлтелгән хеҙмәттәшлекте бойомға ашырыу маҡсатын ҡуя. Осрашыу “түңә­рәк өҫтәл” артында дауам итте. Унда Саксонияның парламент вәкилдәре ҡануниәт торошо, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың эше менән ҡыҙыҡһынды һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Константин Толкачев алтынсы саҡы­рылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау барышы менән таныштырҙы, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостандың тәүгеләрҙән булып үҙ Конституцияһын ҡабул итеүе, кодекстар, ҡабул ителгән закондар тура­һында ентекләп һөйләне. Осрашыуҙа республика парламентының илдең башҡа төбәктәре өсөн өлгө булыуы билдәләп үтелде, шулай уҡ беҙҙең депутаттарҙың Дәүләт Думаһына тәҡдим иткән проекттарының хуплау табыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Башҡортостан һәм Саксония парламенттары араһында бәйләнештең артабан да нығынырына шик юҡ, сөнки һәр осрашыу һөҙөмтәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында прото­колдарға ҡул ҡуйыла, мөһим документтар ҡабул ителә.


Вернуться назад