Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 27 муниципалитетында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 50-нән ашыу инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла.
Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, бындай программаларҙы ғәмәлгә ашырыу коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыуҙың һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып тора.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә инвестиция программалары бойомға ашырылған ҡала һәм райондар араһында — Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Күмертау, шулай уҡ Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Мәләүез, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Хәйбулла һәм Шишмә райондары.
Бындай программаларҙы тормошҡа ашырыу коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыуҙың һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып тора. Шул арҡала уҙған йылда 74 километр йылылыҡ, 142 километр һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре төҙөлгән һәм реконструкцияланған. 92 ҡаҙанлыҡ реконструкцияланған, 57 объектта һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү системалары ҡорамалы яңыртылған, тип хәбәр иттеләр төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.