Аяғында ныҡлы баҫып торған, уңыштары менән ҡыуандырған хужалыҡ тураһында яҙыр инек, тигәс, электән эшен яҡшы алып барғандар беҙҙә байтаҡ, ә бына яңынан ойошторолоп, күтәрелә башлағандарҙы дәртләндерергә кәрәк, тинеләр хакимиәттә. Ысынлап та, уңышлы эшләгән хужалыҡтар бихисап. Ана бит, район үҙәгенән сыҡҡас та, алтын төҫөнә манылып, туҡ башаҡтарын эйгән күпме баҫыуҙар оҙатып ҡала. Береһен үтеп өлгөрмәйһең, икенсеһе ҡара таҫмаһын уйнатып сәләмләй, тиҙҙән миңә киләһе уңыш өсөн нигеҙ һалынасаҡ, ти төҫлө. Өсөнсөлә төргәк-төргәк һаламдар фермаларға ташылыуын көтә. Ямғыр яңы ғына яуып үткәнлектән, әлегә комбайндар “хәл йыя”, уларҙы уңған хужалары таҙарта, майлай, ҡояш ер өҫтөн киптереүенә әҙерләй.
Беҙ – “Спартак-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә.
– Тәүге сәсеүҙе 2016 йылда үткәрҙек. Башлыса игенселек менән шөғөлләнәбеҙ, техник культураларға өҫтөнлөк бирәбеҙ, – ти баш агроном Фәрит Хөснөтдинов. – Киләсәктә мал аҫрауға ла йүнәлеш тотасаҡбыҙ, әлегә етмеш баш йылҡы бар…
“Спартак-Агро”ға тиклем был ерҙәрҙе Ергән МТС-ы биләгән. Улар киткәс, яңы хужалыҡ төҙөлгән. Ер эше өсөн ике-өс йыл күп ваҡыт түгел. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, 3 мең 286 гектар майҙанда етерлек иген сәсәләр, техник культураларҙан көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр. Әйткәндәй, беҙҙә һирәгерәк үҫтерелгән ҡаты бойҙай сорттарына өҫтөнлөк бирәләр. Нимәһе менән отошло һуң улар? Ырымбурға сиктәш кенә булғас, һауа шарттары ла көньяҡтағысараҡ бында. Йомшаҡ бойҙайға ҡарағанда үҫтереү технологияһы башҡасараҡ – өлгөрөүе мөһим. Уңышы матур була. Икенсенән, ҡаты бойҙай онға, макарон изделиелары яһауға китә – ихтыяж ҙур, хаҡы ла ҡиммәт. Иң мөһиме – һатыу мәсьәләһе ҡабырғаһы менән тормай.
Ырымбур тигәндән, Рауил Акбаров етәкләгән йәмғиәттең төп базаһы Ырымбурҙың сиктәш кенә районында урынлашҡан икән. Шуға техника бында етешмәгән саҡта тегенән ҡыуалар. Башлыса сит илдекен һатып алғандар. Ә бына баҫыу караптарынан үҙебеҙҙең “Акрос”тарға етмәй икән.
Хужалыҡ яңы ойошторолғас, электән булған мөлкәтте барларға, иҫкеләрен яңыртырға, яңыһын һатып алырға кәрәк бит. Бында иң тәүҙә иген таҙартыу комплексына капиталь йүнәтеү үткәргәндәр. Электрон үлсәүҙәр ҡуйғандар, келәттәрҙе ипкә килтергәндәр. Хужалыҡта етмешләгән баш ат бар, тинек. Йылҡы үрсетеүҙе төп йүнәлештәрҙең береһе итеп алғандар, киләсәктә ҡымыҙ етештереү ҙә күҙаллана.
Баш инженер Алмаз Сәйетгәрәев әйтеүенсә, күпселек техника сит илдә етештерелһә лә, запчастарға, башҡа кәрәк-яраҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Хатта иҫәпләшер өсөн аҡса булмаған осраҡта ла биреп торалар икән. Иң мөһиме – ышаныс. Ләкин уны яулау өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, намыҫ, ваҡытында иҫәпләшеү кәрәк. Баҙар шарттары шуны талап итә.
Нисек кенә булмаһын, хужалыҡты үҙ эшен яратҡандар алып бара. Ә ундайҙар бик күп. Механизатор Вячеслав Андреев, комбайнсы Владимир Щукаевтар районда алдынғылар рәтендә булһа, Илис Ғәзетдиновтың туңға һөрөү буйынса бригадаһы ла һынатмай, водитель Александр Гарин иһә йыл әйләнәһенә бушамай – үҫтергән уңышты тәүҙә үҙҙәренең келәтенә, һуңынан Һамар, Ырымбур өлкәһенә, Татарстанға тиклем алып бара, хужалыҡҡа кәрәген алып ҡайта.
Ҡыҫҡаһы, “Спартак-Агро” хужалығында эш ҡайнай. Ер бит эшләгәндәрҙе ярата, уңыш әсе тир түккәндәргә генә бирелә.