1 авгусҡа Башҡортостандың йыйылма бюджеты килем буйынса 134 миллиард 965,4 миллион һумға үтәлгән, былтырғы ғинуар-июлгә ҡарата үҫеш 23,5 процент тәшкил иткән. Финансланған сығымдар күләме – 108 миллиард 279 миллион һум (үҫеш 9,6 %). Шулай итеп, профицит 26,7 миллиард һум булған. Был мәғлүмәттәрҙе республика Финанс министрлығы баҫтырып сығарған.
Төп килем сығанаҡтары – ойошмаларҙың табышына һалым (бөтә килемдең 40,5 проценты), физик берәмектәрҙең килеменә һалым (25,8 %), мөлкәткә һалым (11 %), акциздар (9,8 %) һәм йыйылма килемгә һалым (4,9 %). 2017 йылдың ғинуар-июлендәге күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ойошмаларҙың табышына һалым кереме 1,7 тапҡыр артҡан. Был “Система” компанияһы менән “Башнефть” йәмғиәте араһындағы килешеү буйынса зыянды ҡаплауға бәйле. Физик берәмектәрҙең килеменә һалым кереме – 12,3, мөлкәткә һалым 21,1 процентҡа артҡан.
Дәүләт һәм муниципаль милекте файҙаланыуҙан алынған килем 3,8 процент (4,4 миллиард һум) булған. Кире ҡайтарылмай торған керемдәр – 15,1 процент (20,3 миллиард һум). Сығымдар структураһында социаль йүнәлеш өҫтөнлөк итә (78,6 %).
Ғинуар-июлдә Башҡортостан Республикаһы бюджеты килем буйынса – 114,6 миллиард һумға, сығым буйынса 91,9 миллиард һумға үтәлгән. Урындағы бюджеттарҙың килемдәре – 52,6 миллиард һум, сығымдары 48,6 миллиард һум тәшкил иткән.