"Төньяҡ-көнсығыш райондарҙың 2011—2015 йылдарҙа иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһы тураһында"ғы мәсьәләләр буйынса Координация советы ултырышын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов асты һәм төбәктең төп күрһәткестәрен ҡәнәғәтләнерлек түгел тип билдәләне.
– Төньяҡ – көнсығыш райондарының республиканың дөйөм сәнәғәт производствоһына индергән өлөшө бер проценттан да кәмерәк, – тине ул. – Ауыл хужалығы тармағы көрсөк кисерә. Һуңғы ун йылда сәсеүлек майҙаны 1,5 тапҡырға ҡыҫҡарған, иген йыйыу өс тапҡырға кәмегән, малдар һанының өстән ике өлөшө генә ҡалған. Эшһеҙлек кимәле һәм уртаса айлыҡ эш хаҡы республика күрһәткестәренән ярайһы уҡ түбән. Программаға ярашлы 350-нән ашыу төрлө проект тормошҡа ашырыласаҡ. Улар ете меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға һәм уртаса хеҙмәт хаҡын ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Ултырышта министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре лә сығыш яһаны. Мәҫәлән, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Игорь Карепанов был яҡтарҙа урман сәнәғәтен үҫтереү иң отошло йүнәлештәрҙең береһе буласағына баҫым яһаны. Республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко ит һәм һөт етештереүҙең өҫтөнлөгөн билдәләһә, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев төньяҡ – көнсығыш райондарҙа туризмдың уңышлы үҫәсәге хаҡында белдерҙе.
Илшат Тажетдинов документтың Көньяҡ Урал райондарын үҫтереү буйынса тормошҡа ашырылған программаға ярашлы алып барыласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Территорияларҙың яңыса үҫеш концепцияһына таянып ҡабул ителгән тәүге программа туғыҙ ай эсендә үҙенең тормошсанлығын иҫбатлап өлгөрҙө лә инде", – тип билдәләне ул.
В. БОРИСОВ.