Иген һыу юлынан оҙатыла28.08.2018
Илеш элеваторынан экспортҡа иген Новороссийск портына һыу юлынан оҙатыласаҡ. Әле суднолар һатып алыу мәсьәләһе хәл ителә. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ошо турала һөйләне.

– Илеш элеваторы нигеҙендә игенде экспортҡа һыу юлынан ташыуҙы яйға һалыу буйынса системалы эш башланды, – тине ул. – Илештән Новороссийскиға тиклем алып барыу өсөн суднолар һатып алыуға ҡағылышлы һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Улар логистик сығымды кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.

Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, тимер юлдан бер тонна иген ташыу – 3-3,5 мең һумға, һыу юлынан 1,5 мең һумға төшә.

“Илеш элеваторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Илеш, Дүртөйлө, Баҡалы райондары, шулай уҡ күрше Татарстан предприятиеларынан “бөртөклө алтын”ды ҡабул итә. Уның дөйөм ҡеүәте – 142 мең тонна. Ағиҙелдең һул ярында элеваторҙың үҙ причалы бар.


Вернуться назад