Урмандарыбыҙҙы был януарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Хәтеремдә, атайым менән утынға барғайныҡ. Тракторҙы һүндереп, кабинанан төшөүебеҙ булды, ағас шатыр-шотор килгәнгә, ҡотобоҙ осоп, техникаға һыйындыҡ. Ни булыр икән? Баҡһаң, беҙҙән өс-дүрт метр ғына алыҫлыҡта өс мышы үтеп бара: алда эре мөгөҙөн тырпайтҡан үгеҙ – ата мышы, уртала – бәләкәй генә быҙауы, артта – инәһе. Беҙ уларҙың биләмәһенә ингәнбеҙ, имеш, тыныслыҡтарын боҙғанбыҙ. Ҡурҡыуын да ҡурҡҡанмындыр инде, уныһы хәтерҙә ҡалмаған, ә бына һоҡланып ҡарап тороуыбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Ҡайһылай матур ине улар!
Мышылар – урман хайуандары араһында иң ҙурҙары. Оло үгеҙенең буй оҙонлоғо – 300 сантиметрға, ауырлығы 580 – 600 килограмға етә. Боландар төркөмөнә ингән ҡыр хайуандары араһында улар үҙҙәренең оҙон аяҡлы, киң күкрәкле, ҙур, ауыр башлы булыуы менән айырылып тора. Муйыны аҫтында 25 – 40 сантиметрға еткән “алҡа”һы ла бар. Төҫтәре – ҡараһыу-һоро.
Үгеҙ мышының бар матурлығы мөгөҙөндәлер. Ул – көс-ғәйрәте ташып тороуы билдәһе. Мөгөҙ төрлөсә булырға мөмкин, ләкин беҙ ҙур “көрәкле”һенә күнеккәнбеҙ, һәр хәлдә, шулай күрге килә. “Көрәк” ике яҡҡа тарбая ла бәләкәй-бәләкәй “тармаҡ”тар (улар хатта 18-гә етә) ебәрә.
Мышы Ер шарының күп өлөшөндә таралған. Хатта Евразия һәм Төньяҡ Американың төньяҡ урмандарында ла бар. Ләкин Европала һан яғынан ныҡ кәмей. Шулай ҙа уларҙы һаҡлау саралары һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Бының өсөн тәүҙә иҫәпкә алалар, урмандарҙы йәшәртәләр (оло ағастарҙы ҡырҡалар) һ. б. Мышы үҙе генә лә алты-ете төргә бүленә. Ғәҙәттә, ҙурлығына, төҫөнә ҡарап, төрлөсә йөрөтәләр. Мәҫәлән, иң ҙурҙары – Америка, һуңынан Көнсығыш Себер төркөмдәре һанала, иң бәләкәйҙәре – Уссуриҙағылар.
Мышы үҙенә күрә әрһеҙ, аҙыҡҡа талымһыҙ хайуан. Ҡайһы бер кешеләр уны йәш ағастарҙы ҡырған зарарлы кейек тип һанай. Уйлап ҡараһаң, был, ысынлап та, шулай төҫлө: оло мышы йәй көнөнә 35 килограмм самаһы, ҡыш 12-15 килограмм аҙыҡ ашай. Йылына бөтәһе ете тоннаға етһә, шуларҙың дүрт тоннаһы – йәш ағас үҫентеләре, 1,5 тоннаһы – ағас япраҡтары, 700 килограмы – ҡайыр, шул тиклем үк ҡыуаҡ һәм үлән, ләкин, асылда, урман хужалығына килтергән зыяны күп осраҡта арттырып күрһәтелә.
Боландарҙан айырмалы “мөхәббәт уйындары” ваҡытында үгеҙҙәр әллә нисә инәнән торған “гарем” йыймай. Күпселектә улар берәүҙе генә үҙ итә. Тик махсус фермаларҙа, һунарсылыҡ хужалыҡтарында ғына был тәртиптең боҙолоуы мөмкин. Фермаларҙа, мәҫәлән, бер үгеҙгә биш-алты инә малды иҫәпләп тоталар.
Инә мышы 225 – 240 көн быуаҙ йөрөй. Ғәҙәттә, быҙауҙар апрель – май айҙарында донъяға килә. Берәү йәки игеҙ була. Тапҡандан һуң инә мышы аҙнаға яҡын шул урындан китмәй. Быҙауҙар ошолай бер нисә көндән генә яйлап әсәһе артынан эйәрә. Шул ваҡыттан уҡ йәш ағас япраҡтарын ҡымтый башлаһалар ҙа, ботаҡтарҙы эйергә, һындырырға тик ай үткәс кенә көстәре етә. Ә бына оҙон аяҡтары үлән ашарға “ҡамасаулай”. Шуға ла, бер айлыҡ булғас, быҙау тубыҡланып йөрөп туҡланырға мәжбүр. Әсәләре башлыса 3,5-4 ай буйы имеҙә, ләкин, ҡабат “мөхәббәт уйыны” уйнамаһалар, ноябрь – декабргәсә лә имеҙеүҙәре мөмкин.
Инә мышының һөтө һыйырҙыҡына ҡарағанда өс-дүрт тапҡырға ҡуйыраҡ, аҡһымы биш мәртәбә күберәк. Көнөнә быҙау ни бары бер-ике литр һөт эсә. Был уға нормаль үҫеү мөмкинлеген бирә. Яңы тыуған быҙау 6 – 16 кг ауырлыҡта булһа, көҙгә иһә 120 –130 килограмға етә.
Үгеҙ мышы быҙауҙарының тәүге мөгөҙҙәре бер йылдан һуң барлыҡҡа килә. Июль – авгусҡа улар ҡата, нығына. Ә “көрәк” мөгөҙҙәр тик бишенсе йылына ғына үҫә башлай.
Мышылар 20 – 25 йыл йәшәй тип иҫәпләнә, ләкин тәбиғәт шарттарында улар был йәшкә етә алмай. Яҙ йоҡонан уянған ас айыуҙарҙың, ҡыш иһә бүреләрҙең ҡорбанына әйләнәләр. Бигерәк тә йәш быҙауҙары. Ҡурҡыныс янағанда мышы алғы аяҡтары менән һаҡлана. Ҡулай урын табып, артын ағасҡа йәки ҡаяға терәгәндә, тояҡтары менән бер нисә бүрегә ҡаршы тора ала. Балаларын һаҡлағанда хатта айыуҙы тибеп үлтергәне билдәле.
Мышы кешегә йәһәт өйрәнә һәм бик тиҙ һыуына ала. Һуңғы йылдарҙа ҡыштарын ҡала, ауыл ситтәренә үк килеп сығалар. Уларҙы машина, завод тауыштары ла ҡурҡытмай. Машина тигәндән, ҡайһы саҡ ошо ҡурҡмауы үҙҙәрен дә һәләкәткә илтә, әҙәм балаһының да ғүмеренә ҡурҡыныс менән янай. Мышыны бер ҡурҡытһаң, ул кешеләргә яҡын килмәй, киреһенсә, әҙәм балаһына ҡарата “нәфрәте” уянырға мөмкин. Шундай хәлдәр ҙә билдәле: инәһе йәки атаһының күҙ алдында балаһын атҡандарҙан улар үс тә алғаны бар.
Мышылар әллә ни ҙур көтөүгә ойошоп, бергә тупланмай. Тик ҡыш ҡына күмәкләп тауҙа үҙәнгә төшөүҙәре, ошо юлды бергә үтеүҙәре билдәле.
Йәй улар һыуға инеп торорға ярата, яҡшы йөҙә. Оҙон тояҡтары ҡурҡыныс янағанда ҡасырға ла ярҙам итә, ҡарҙа ла бик батып бармай. Мышының көнөнә 20 – 30 километр юл үтеүе мөмкин.