– Нисә умарта тотаһығыҙ, ҡустым?
– Әллә, кем һанаған уны…
– Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл, тимәксеһеңме?
– Былтыр иҫәпләгәндә йөҙҙән ашҡайны, шуға бөгөн теүәл генә һанды әйтеүе ҡыйын.
Йорт хужаһы Риф Шәүәлиев биләмәһендәге умартасылыҡта бал ҡорттарының гөжләп тороуынан бер аҙ һағайыуыбыҙҙы һиҙеп: “Ҡунаҡ йәнле улар, теймәҫтәр һеҙгә, ҡурҡмағыҙ”, – тип тынысландырырға ашыҡты.
Шәүәлиевтәр быйыл уңыштың мул буласағын күҙаллай, тимәк, тынғыһыҙ хеҙмәттәре бушҡа китмәгән.
Былтыр ебәк күбәләгенең хилафлығы, йүкә сәскәһен ҡырау һуғыуы тырышлыҡты юҡҡа сығарғанлыҡтан, табыш ғәҙәттәгенән аҙ булған. Тәбиғәттең хакимлығына ҡаршы торор көс юҡ шул.
– Беҙҙең төбәк умартасылары өсөн йүкәлектең торошо, ваҡытында сәскә атыуы, ул осорҙа тәбиғәттәге көйһөҙлөктәрҙең урап үтеүе бик мөһим. Тәжрибә шуны күрһәтә: ете йылға бер тапҡыр йүкәнән бик яҡшы юғары уңыш алырға мөмкин. Умартасы һөнәренең нескәлектәре ифрат күп инде ул, “минең тәжрибәм ҙур, бөтәһен дә беләм” тип һис әйтеп булмай. Йәнәш урынлашҡан ауылдарҙа ла уңыштың төрлө булыуына аптырайһың. Шарттар бер үк. Әллә ҡорттар ҙа, кешеләр кеүек, етеҙ һәм һәлкәүҙәргә, ялҡау һәм егәрлеләргә бүленәме икән? – тип һүҙҙе шаяртыуға борҙо йорт хужаһы. – Беҙҙә бит сәскә үҫкән яландар юҡ тиерлек, ҡарап торғаныбыҙ – шул йүкәлек. Нескәбилдәрҙең холоҡ-фиғелен әлегәсә аңлап бөтмәйем, бер айыртҡан бал ҡорттарының икенсегә лә айыртыуы ғәжәпләндерә. Умартасының мәшәҡәттәре етерлек: йүкә сәскәһе аҙ булһа, умарталарҙы йәйләүгә сығараһың, бер көнгә лә ҡарауһыҙ ҡалдырып булмай үҙҙәрен. Буш феләккә килтереп һалып тормайҙар бит балды.
Ҡатыны Әлфиә мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Йәйен умарталыҡтағы, баҡса һәм хужалыҡтағы мәшәҡәттәр – уның иңендә. Ә йорттарын биҙәгән сағыу ҡул эштәрен күреп, уның бөтмөрлөгөнә йәнә хайран ҡалдыҡ.
– Ҡул эше – күңел талабы, кәйефте күтәрә. Матурлыҡтан кем баш тартһын? Үҙебеҙгә лә бал ҡортондай егәрле булмай сара юҡ. Улдарыбыҙ ҙа йәйен ныҡлы ярҙам итә. Хатта йәйге селләлә, эргәләге йылғаға төшөп, һыу инергә лә ваҡыт таба алмайҙар. Яҙ булһа, умарталарға “техосмотр” үткәрәһең: иҫән-һауҙармы ҡәҙерлеләребеҙ, балалары ишәйгәнме, инәләре бармы… Умарта эсен таҙартаһың, йәшниген алмаштыраһың – һанап бөтөрлөк түгел мәшәҡәттәрҙе, – ти хужабикә.
Ярҙамсылары ла күп ғаиләнең. Аяҡ аҫтында буталған бесәйҙәре лә эшкә яраған. Улар умарталыҡты сысҡандарҙан һаҡлай икән. “Һаҡсылар”ҙың һаны алтыға еткән. Улдары Ришат менән Ринат атайҙарының һөнәрен һайлаған: икеһе лә Башҡортостан дәүләт аграр университетының механизациялау факультетына уҡырға ингән. Өлкәне уҡыу йортон тамамлап, шунда эшкә ҡалған. Ҡыҙҙары Гөлфиә лә Өфөлә эшләй. Буш ваҡыттарында Түбәнге Ләмәҙгә машиналарында елдереп килеп тә етәләр.
Шәүәлиевтәр татлы ризыҡты ҡайҙа ҡуйырға тип баш ватмай, даими һатып алыусылары етерлек. Мәскәү, Өфө тарафтарынан килеп алыусылар ҙа бар. Оҙаҡламай район үҙәгендә, баш ҡала майҙандарында ойоштороласаҡ йәрминкәләрҙә була ҡалһағыҙ, иглиндәрҙең йүкә балынан ауыҙ итергә онотмағыҙ. Иң татлыһы, шифалыһы уларҙыҡылыр, моғайын.