“Себеш һанай” торған мәл – көҙ – яҡынлай. Ағас япраҡтарының әлегә йәм-йәшел, көндәрҙең йылы тороуына ҡарамаҫтан, ҡырҙарҙа уңыш йыйыу осороноң ҡыҙыу барыуы, игенселәрҙең кейендергән дә, туйындырған да ерҙе хәстәрләүе шуға ишаралай.
Иглин районының Сыуаш-Ҡобау биләмәһендәге “Хәбибрахманов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәренең тәбиғәткә быйыл әллә ни дәғүәһе юҡ. Һәр хәлдә, республиканың 15 төбәгендә ҡоролоҡтан ҙур зыян күрһәләр, Иглин игенселәре был афәттән ситтә ҡалды.
…120 гектар ерҙе биләгән арпа баҫыуында, тынлыҡты боҙоп, “Палессе-10” комбайны гөрләй.
– Кисә ҡойма ямғыр эште туҡтатып торҙо. Ер елләгәс, төштән һуң арпа һуғырға төшөргә булдыҡ, – ти хужалыҡ идарасыһы Рафаэль Әхмәтйәнов.
– Ошо эште тамамлау менән ерҙе сәсеүгә әҙерләй башлаясаҡбыҙ. Әле 40 гектарҙа уңышты йыйып, келәткә һалғанбыҙ. 35 гектарҙа “вакула” тигән яңы сортты һынап ҡарағайныҡ. Һөҙөмтә ҡыуаныслы. “Нирал-Бүздәк” хужалығынан алған орлоҡ уңыш ҡеүәтен арттырҙы, ул һәр гектарҙан 40-ар центнер тәшкил итте.
“Игендең ҡырҙағыһы түгел, келәттәгеһе менән маҡтан” тигән халыҡ аҡылына таянып эш итә хужалыҡ эшсәндәре. Әлегә баҫыу мәшәҡәттәренең осо-ҡырыйы күренмәй. 60 гектар майҙандағы ужым арышын һуғаһы, 100 гектарҙы биләгән һолоно ураһы бар. Бойҙайҙан да яҡшы уңыш алырға ниәтләй игенселәр. 155 гектарҙа, тулған башаҡтар баштарын түбән эйеп, игенселәрҙең хәстәрлекле ҡулдарын көтә.
Баҫыуҙы иңләгән “Палессе-10” комбайнының бер нисә минутҡа ғына туҡталыуынан файҙаланып, механизатор Марсель Зыязетдинов менән танышырға ашыҡтыҡ.
– Иген уңһа, уны йыйыуы ла күңелле, – ти Нуриман районынан килгән егет. – Элек ағайым менән бергә ураҡ бөткәнсе эшләй инек, быйыл үҙаллы тотонорға тура килде.
Игенселәр көҙ 300 гектарҙа ужым арышы һәм бойҙай сәсеп, яҙғы баҫыу мәшәҡәттәрен бер аҙ кәметмәксе. Ер беҙгә барын да бирә, бар ғаләмде эскерһеҙ туйындыра. Уның үҙен дә өҙлөкһөҙ ҡурсалап тороу зарурлығын хужалыҡ етәкселәре яҡшы аңлай. Был йәһәттән тиреҫ ғүмергә тәбиғи ашлама булып ҡалыр, моғайын. Ерҙең көсөн арттырыу өсөн уны былтыр баҫыуҙарға байтаҡ индергәндәр.
– Тәбиғәттең йомартлыҡ күрһәтеүен теләһәк, үҙебеҙгә хужа була белергә кәрәк, – ти Рафаэль Асад улы. – Киләһе йылға 130 гектар ерҙе тиреҫ менән ашлауҙы күҙ уңында тотабыҙ.
Хужалыҡ малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса ла уңышлы аҙымдар яһай. Заман талаптарына ярашлы яңы ферманы сафҡа индереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалына.
– Биш йыл элек дүртөйлөләрҙән ҡара-сыбар тоҡомло 105 баш һыйыр алғайныҡ, хәҙер уларҙы 240-ҡа еткерҙек. Һөттө лә, итте лә мул биреүсе тоҡом. Хаҡы ла ҡиммәт: элегерәк бер һыйыр 100 мең һум тирәһе торһа, хәҙер тағы ла күтәрелде. Яҡшы ашатһаң, улар һиңә мул табыш килтерәсәк. Әрһеҙ, талымһыҙ үҙҙәре… Аҙыҡ запасы ныҡлы беҙҙең, игене лә, бесәне лә етерлек, – тип тармаҡтағы эштәрҙе барланы Рафаэль Әхмәтйәнов.
– Киләһе йылда яңы ферманы сафҡа индергәс, мал-тыуарығыҙ ишәйгәс, мәшәҡәттәрегеҙ тағы ла артыр инде…
– Киреһенсә, заманса технологиялар индереү һөҙөмтәһендә эшебеҙ күпкә еңеләйер тип өмөт итәбеҙ. 140 баш һыйырҙы ике робот хеҙмәтләндерәсәк. Малдарҙың һауылғанын йә һауылмағанын, күпме литр һөт биргәнен компьютер билдәләп барасаҡ. Ә һәүкәштәр сафҡа баҫып, үҙҙәрен хеҙмәтләндергәнде сабыр ғына көтөп, сиратта торасаҡ, – тине уйынлы-ысынлы хужалыҡ идарасыһы.
Булмаҫ тимә. Элек әкиәттәй тойолған күп хәл-ваҡиғалар хәҙер ысынбарлыҡҡа әүерелгәндә, ҡатмарлы компьютер технологияларының фермаларҙы яулап алыуына ғәжәпләнәһе түгел. Насип булһа, киләһе йыл Иглингә робот күрергә лә килербеҙ әле...