Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти материал. Уның төп тәғәйенләнеше – тирмә ябыу. Кейеҙҙе иҙәнгә һәм урындыҡҡа түшәгәндәр, стенаға элгәндәр. Баш кейеме – бүрек, ҡолаҡсын, аяҡ кейеме – сарыҡ, ҡата теккәндәр. Эйәр, ҡамыт-дуға, серге яһау өсөн дә файҙаланғандар, хатта балаларға уйын өсөн туп та кейеҙҙән яһалған. Башҡорттарҙа кейеҙ үҙенә бәхет, ырыҫ, түллелек тарта тип иҫәпләнгән.Кейеҙ баҫыу алымдарын беренселәрҙән булып ун һигеҙенсе быуатта Петербург ғалимы, сәйәхәтсе һәм этнограф Иван Георги яҙып ҡалдыра: йөндө септә йәки тирегә таратып һалғас, ян менән теткәндәр йәки муйыл, тал сыбығы менән һуҡҡылағандар. Ошо рәүешле әҙерләп бөткәс, бер тигеҙ ҡалынлыҡта йәйгәндәр һәм бер нисә тапҡыр өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, төрөп бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр.
Һуңғы йылдарҙа кейеҙ баҫыу шөғөлө ныҡлап тергеҙелә башланы. Эш технологияһы борондан әллә ни үҙгәрмәгән. Күптән түгел Бөрйән районында “Тамға” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, нәфис кейеҙ баҫыу оҫталарының республика симпозиумы уҙғарылды. Проект 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарыласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына башҡорт тирмәләрен йыһазландырыуға йүнәлтелгән. Унда республиканың төрлө райондарынан танылған һәм шөғөлгә башлап ҡына тотонған иллегә яҡын оҫта ҡатнашты. Республика халыҡ ижады үҙәге вәкилдәре етәкселегендә проектта ҡатнашыусылар ете кейеҙ панно әҙерләне.
– Кейеҙ баҫыу шөғөлөн тергеҙеү маҡсатында беҙҙең үҙәк ике тиҫтә йылға яҡын “Тамға” тигән проектты тормошҡа ашыра, ошо маҡсатта йыл һайын төрлө райондарға сығып, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар уҙғарабыҙ, һәр күсмә симпозиумдың үҙ тематикаһын да билдәләйбеҙ. Бөрйән районында сара өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Әйткәндәй, иң беренсеһе лә тап бында ойошторолғайны. Быйылғы проекттың тематикаһы “Ҡурай” тип аталды. Төп маҡсатыбыҙ сәсәндәр, йырсылар, музыка ҡоралында уйнаусылар өсөн илһам, дәрт мөхите менән һуғарылған башҡорт тирмәһен йыһазландырыу ине. Биш көн арауығында танылған оҫталар белгәндәрен камиллаштырҙы, башлап ҡына был шөғөлгә тотоноусылар ҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтте.
Төрлө заман технологияларын һынап ҡараныҡ, паннолар еңел генә килеп сыҡты, бының өсөн махсус марля ҡулландыҡ. Материал өсөн йөндөң нәҙеген, сифатлыһын һайланыҡ, сөнки улар эшләгәндә йәбешмәй, һүрәттәре лә асыҡ килеп сыға.
Сентябрь айында ошо панноларҙың күргәҙмәһен ойошторорға күҙаллайбыҙ. Тап шунда иң яҡшы тип табылған эште лә билдәләмәксебеҙ, – ти “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова.
– Биш көн барған форумда ысын оҫталар ярҙамында, беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөндө. Күптәре үҙҙәре ошо шөғөлгә башҡаларҙы өйрәтә алыу хоҡуғын биреүсе сертификатҡа ла эйә булды. Уларҙың тәжрибәһен район кимәлендә лә таратасаҡбыҙ, сөнки ата-бабаларыбыҙҙың боронғо шөғөлөн тергеҙеү киләсәк быуын өсөн дә үтә мөһим, – тине Бөрйән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева.