Дүрт йылдан килемгә сығырбыҙмы?24.08.2018
Дүрт йылдан килемгә сығырбыҙмы?Башҡортостандың 40 процентын урман тәшкил итә. Шуға ла был тармаҡты дөрөҫ файҙаланғанда, ағас эшкәртеүҙән алған килемде күпкә арттырырға мөмкин буласаҡ. Әле ул төбәк иҡтисадының 1,6 процентын ғына тәшкил итә. Тармаҡтың бөтә ҡеүәтендә эшләмәүе арҡаһында, йыл һайын республика ҡаҙнаһына 1,5 миллиард һум һалым инмәй ҡала.

– Ҡырҡындыларҙың өстән бер өлөшө генә үҙләштерелә, был бик аҙ. Ағас әҙер­ләү һәм ташыу буйынса махсуслашҡан пред­приятиеларҙың ҡорамалдарының етерлек булмауы, ҡулланыуҙағы юл-транспорт бәйләнешенең насар үҫеше урман комплексы­ның мөмкинлектәрен тотҡарлай, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Әлеге көндә республика Хө­күмәте урман тармағына ярҙам итеү сараларын эҙләй. Шул иҫәп­тән юғары технологиялы автомат­лаштырылған ағас әҙерләү комплекстары алған саҡта сығымдың 50 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлектәре лә ҡарала. Тар­маҡҡа ярҙам итеү маҡсатында, 2018 – 2022 йылдарҙа бюджеттан 600 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү планлаштырыла.
Урман сәнәғәте комплексы предприятиеларына тәҡдим ител­гән дәүләт ярҙамы ағас эшкәртеү һәм ташыу техникаһын яңыртыу өсөн ошо тармаҡта эшмәкәрлек алып барған йәмғиәттәрҙән өҫтәмә ике миллиард һум күләмендә инвестициялар йәлеп итеү, төбәк етештереүселәрен сеймал менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
Әгәр ҙә ярҙам саралары кү­релһә, урман тармағында өҫтәмә ике меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Күсерелгән һалымдың йылына 4,5 миллиард һумға тиклем артыуы көтөлә.
Бөгөн ағас сәнәғәтендә эшлә­гән техниканың иҫке булыуы сәбәпле, эшкәртеүсе предприя­тиеларҙа сеймалға ҡытлыҡ тыуа. Мебель һәм төҙөлөш материалы өсөн ағас етмәй. Әлеге мәлдә урмандың 40 процентына эйә булған Кроношпан һәм Башлеспром кеүек эре предприятиелар сеймалды Татарстан Респуб­ликаһынан һәм Свердловск өлкәһенән ташый. Шул арҡала республика ҡаҙнаһына ярты миллиард һум аҡса инмәй ҡала, сөнки улар күрше төбәктәргә китә.
Ҙур предприятиеларҙың ағас­ты тәрән эшкәртеү мөмкинлеге булһа, ваҡ пилорама хужалары күпселек осраҡта таҡта ярыу, брус әҙерләү, бура бурау менән генә сикләнә. Уларҙың ҡиммәтле техника һатып алып, тәрән һәм ҡалдыҡһыҙ эшкәртеүгә күсеү мөмкинлеге юҡ. Ауылдарҙағы ошондай эшҡыуарҙарҙың да заман талаптарына ярашлы эшләү теләктәре бар. Әммә дәүләт закон буйынса эшләгәндәргә генә ярҙамға киләсәк. Йәғни уларҙың да субсидияны алыу мөмкинлеге бар, тик ағас әҙерләүгә рөхсәт­тәре булырға тейеш. Документтары тәртиптә булғандар иһә ҡырҡылғандары урынына ла йәш үҫенте­ләр ултыртырға бурыслы. Һалымдан ҡасып йөрөгәндәр бюджет аҡсаларына өмөт итә алмай.



Вернуться назад