“Шүлгәнташ” музей комплексы төҙөлә22.08.2018
Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексын төҙөү күҙаллана. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 299 миллион һум аҡса бүленеүе ихтимал.

Төҙөлөштөң подрядсыһы 27 августа “РТС-тендер” электрон майҙансығында ойошторолған аукцион йомғаҡтары буйынса һайлана. Конкурсты Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы үткәрә. Проект буйынса музей бинаһы дүрт мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған өс ҡаттан торасаҡ. Ул тәүлегенә 690 кешене ҡабул итә аласаҡ, тип күҙаллана. Төҙөлөшкә ике йылдан ашыу ваҡыт бирелә.

Комплекс “Шүлгәнташ” тарихи-археологик һәм ландшафт-спелеологик музей-ҡурсаулығын һаҡлап ҡалыуға, уны танытыуға булышлыҡ итергә тейеш. Биш төрлө экспозиция музейҙың нигеҙен тәшкил итәсәк, төп экспонат – Шүлгәнташ мәмерйәһенең бәләкәй күсермәһе. Бинала шулай уҡ археология, ботаника коллекцияларын һаҡлағыс, балалар ғилми үҙәге урынлашасаҡ.


Вернуться назад