Ысын оҫталар булғанда...22.08.2018
Ысын оҫталар булғанда...Ишембай нефть техникумын тамамлап, 1979 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығына ҡыйыуһыҙ ғына аяҡ баҫҡан ҡыҙҙы ҡабул итеүсе вазифаһына эшкә алалар. Ҡайҙа инде ул саҡта 40 йыл ғүмерен ошо өлкә менән бәйләрмен тип уйлау! Һынатмаҫҡа тырышып, белгес һөнәрен тиҙ үҙләштерә, халыҡ менән мөғәмәлә итергә өйрәнә.
Алтын бөртөкләп йыйылғандай, тәжрибә лә көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт менән туплана бара. Яратып өлгөргән эшен 1988 йылда Стәрлетамаҡтағы Көнкүреш техникаһы заводында технолог-инженер булып дауам итә. Булдыҡлылығын күреп, оҙаҡламай уны Ишембайҙағы цехҡа начальник итеп тәғәйен­ләйҙәр. Артабан “Рембыттехника” йәмғиәте директоры вазифаһын йөкмәтеүҙәренә бер кем дә ғәжәпләнмәй, сөнки ошо өлкәне биш бармағындай белгән кешене тағы ҡайҙан табаһың?
Заман үҙгәргән, талаптар артҡан һайын, предприятиены алдынғы ҡорамалдар менән йыһазлан­дырырға, яңы төр хеҙмәттәр күрһәтергә кәрәк. Бы­ларҙы атҡарыу ҙа Рәмилә Хисмәтуллинаның иңенә төшә.
Ә ул етәксе генә түгел, ике бала әсәһе лә. Улы Шамил менән ҡыҙы Раушания ата-әсәһенең эшһөйәрлеген күреп, матур өлгө алып үҫә. Хәҙер улар үҙҙәре ғаилә ҡорған, ул-ҡыҙҙар тәрбиәләй.
Рәмилә Сәхиулла ҡыҙының “Рембыттехника” йәм­ғиәтендә эшләүенә – ҡырҡ йыл. Магазин кәштә­ләре тауарҙан һығылһа ла, өйөңә килтереп бирергә әҙер торһалар ҙа, оҫталарҙың алтын ҡулына ышанып килеүсе байтаҡ әле. Аяҡ кейемен, ҡатмарлы көнкүреш техникаһын да йүнәтәләр, компьютер һәм телевизорға ла “йән” өрәләр, тегеү цехы ла буш тормай. Ярҙамсылары Виктор Скрипкин, Фәнил Юнысов, Камил Ҡәнәфиев – үҙ эшенең ысын оҫталары. Заман менән бергә атлап, халыҡҡа игелек күрһәтәләр.

Ишембай ҡалаһы.


Вернуться назад