Яңы Яппар ауылында бик егәрле, уңған халыҡ көн итә. Улар, береһенән-береһе уҙҙырып, матур йорттар һала, ихаталарын төҙөкләндерә. Беҙ ауыл осондағы зауыҡ менән биҙәлгән, урамдан уҡ иғтибарҙы үҙенә тартып торған таш йорт янында туҡталдыҡ. Бында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермер Рөстәм Сәлимгәрәев йәшәй икән.Йүнселдең хужалығында 70 баш йылҡы бар. Әлеге мәлдә 20 бейәне һауып, ҡымыҙ бешәләр. Етештергән эсемлекте быяла шешәләргә ҡойоп, Дәүләкән, Әлшәй, Шишмә райондарындағы, Өфө ҡалаһындағы сауҙа урындарына һатыуға сығаралар. Уларҙың эше ҡышын да туҡтамай, сөнки ҡымыҙ етештереү миҙгеле үткәс, ҡаҙы әҙерләүгә тотоналар. Милли ризыҡтарға ихтыяж көслө. Эш йыл буйы өҙлөкһөҙ дауам иткәс, табыш та бар.
Әйткәндәй, Яңы Яппар ауылында халыҡ уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ үҙ хужалыҡтары иҫәбенә йәшәй башлаған. Бөгөн бында ҙур өс крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Шуларҙың береһе – Сәлимгәрәевтәрҙеке.
Хужалыҡ башлығы Рөстәм ошо ауылда тыуған. Фәрит Муллагәрәй улы менән Фәриҙә Ризван ҡыҙының ишле ғаиләһендә кинйә бала. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын ат ҡараусы булып башлай ул. Ветеринар атаһынан үрнәк алып, яһалма ҡасырыу һөнәрен дә үҙләштерә. 1999 йылда күрше Иҫке Яппар ауылы һылыуы Гөлназ менән ғаилә ҡоралар. Матур тормош хаҡында хыялланған йәштәр 2000 йылда йылҡысылыҡҡа тотона.
– Атайым ике ат биргәйне, йылҡыны шунан үрсетә башланыҡ. Ағайым да ярҙам итте. Бала саҡтан атай-әсәйемдең ҡымыҙ бешкәнен күреп үҫтем. Техника алғанда дәүләт ярҙамын файҙаландыҡ. Махсус программала ҡатнашып, субсидияға трактор, пресс-йыйғыс һатып алдыҡ, – ти Рөстәм Фәрит улы.
Йылҡы малы 15 башҡа еткәс, Сәлимгәрәевтәр хужалыҡтарын рәсми теркәй. Йомарт Дәүләкән ерендә мал аҙығы әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар юҡ. Етмәгәнен күрше хужалыҡтарға ярҙам итеп, эш хаҡына мал аҙығы алалар. Ҡар аҙ булған ҡышҡы миҙгелдә аттар тибенлектә йөрөй. Йәй иһә көтөү ойошторалар.
Гөлназ менән Рөстәм Сәлимгәрәевтәр өс бала тәрбиәләй. Мал ҡарауҙа 17 йәшлек улдары Салауат ярҙамлаша. Хужабикә ҡымыҙ бешергә лә, күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә лә өлгөрә. Ә инде ғаилә башлығы бар эштә лә уға ярҙамлаша. Эйе, йөктө бергә тартҡанда ғына еңел була. Сәлимгәрәевтәр ҙә ошо хаҡта онотмай, шуға ла улар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, дәртләнеп донъя көтә.
Дәүләкән районы.