Сиҡат тауы яғынан томан күтәрелә. Уны йырып бер кеше килә. Барыһы яҡын, таныш, ҡәҙерле уға: ысыҡтан башын ҡалҡытҡан үләндәр ҙә, уйһыулыҡ та, ҡыуаҡлыҡтар ҙа. Ошонда тыуған, буй еткергән, ир ҡорона ингән. Ҡорттарын тикшереп ҡайтып килә Айҙар. Ун алты ғына йәшенән ошо һөнәрҙе һайлап, ул саҡта республикалағы ҡортсолоҡ буйынса берҙән-бер уҡыу йортон – Михайловкалағы училищены – тамамлағандан бирле ошо юлдан үтә. Хатта кемдер был юлды “Имамов юлы” тип тә нарыҡлаған.
– Утыҙ йылдан ашыу инде ошо һөнәр үҙенә тартып тик тора, – ти тәжрибәле умартасы Айҙар Альберт улы. – Колхоз ваҡытындағы умартасы Рәүеф ағай Яҡупов районда ғына түгел, тирә-яҡта танылған кеше ине. Миңә, әле студент ҡына кешегә, был һөнәрҙең бик күп нескәлектәрен өйрәтте. Ул пенсияға сыҡҡас инде “пасека”ла бер үҙем ҡалдым…
Шуныһы оҡшаны әңгәмәсемдең: унан һүҙҙе “тартып алырға” кәрәкмәй, ләкин һәр береһен бәйнә-бәйнә, мөһимдәрен генә һөйләй. Әйтерһең, күптәнге таныштарбыҙ. Тағы нимәһе тарта Имамовтың – ысын ирҙәргә генә хас тыныслығы, үҙ-үҙенә ышанысы, талапсанлығы. Шулай булмаһа, әллә ни саҡлы арала ятҡан умарталыҡҡа йөрөп, 150 баштан ашыу умартаны ҡарай алыр инеме?
Булдыҡлы ирҙең тырышлығы ҡапҡаһынан да күренә, ошо ҡапҡа артындағы һарайҙай өйҙән, ҡаралты-ҡуранан, батша һарайынан һис кәм булмаған өйө бар ауылға йәм биреп, күкрәген киреп ултыра. Аҙбарында үгеҙҙәр бәйләгән. Шулай булмай ни, 2005 йылда умартасылыҡ буйынса фермер хужалығы ойошторғандан һуң 70 гектарға яҡын ер ҙә юллаған. Хәҙер унда иген культуралары сәселә. Бесәне иһә, фермер әйтмешләй, яландар күп, хет әллә күпме сап.
Умарталыҡҡа ҡайтайыҡ.
– Быйыл йүкә балы аҙ булды, – ти Айҙар Альберт улы. – Беҙҙә йүкә ағасы күп, ләкин сәскә атыу осоронда эҫе булды: 30 ағастың береһе генә тигәндәй сәскә атты. Әле күпме бал буласағын әйтеп булмай. Себеште көҙ һанайҙар, тиме…
– Әйтемдәргә килгәндә, балсы ҡулынан бал тама, тигәне лә бар бит әле уның, – тип шаяртам.
– Уныһы шулай, – тип йылмая Имамов, – тик һығымта яһарға иртәрәк әле. Ҡорттарға аҙыҡ та ҡалдырырға кәрәк бит…
Фермерҙың төп таянысы – улы Айнур. Икенсе улы Әлмир Өфөлә эшләһә лә, ҡайтҡанында ышаныслы ярҙамсы. Бар уңыштың нигеҙе – тырышлыҡ үә ғаилә именлеге. Ә был именлекте, әлбиттә, гүзәл затһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ни генә тимә, борондан ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы. Был йәһәттән Айһылыу үҙ бурысын намыҫ менән үтәй – усаҡ һәр саҡ дөрләп тора.
Тырыш, дәртле кешеләрҙән күңелең күтәрелеп, йылылыҡ алып ҡайтаһың бит ул. Әйтерһең, үҙҙәрендәге дәрт-дарманды башҡалар күңеленә лә өләшеп ебәрәләр. Һөйләгәндәргә ҡушып, йәшәү өсөн аңлата алмаҫлыҡ сәм дә алып китәһең…
Яңауыл районы.