Япония менән хеҙмәттәшлек киңәйә10.08.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Японияның Рәсәйҙәге илселегенең Тулы хоҡуҡлы министры Токуро Фуруя менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Башҡортостан Республикаһы Япония менән үҙ-ара бәйләнештәр булдырыу яҡлы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙҙың илдә сәнәғәт йәһәтенән алға киткән төбәк булыуын беләһегеҙҙер, моғайын. Нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия, металлургия комплексы, машиналар эшләү, авиация двигателдәре сығарыу, ауыл хужалығы – тап ошо йүнәлештәр бөгөн беҙҙә ярайһы уҡ яҡшы үҫешкән. Был йәһәттән Япония эшҡыуарлығы вәкилдәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ.
Республика Башлығы билдәләүенсә, Рәсәй-Япония аралаш йылы сиктәрендә сентябрь айында Мәскәүҙәге Япония илселегендә – Башҡортостан, артабан Японияла республиканың туристик ҡеүәте күрһәтеләсәк.
– Әле беҙҙең өсөн инвестиция процесын ойоштороу бик мөһим. Японияның танылған компаниялары республика биләмәһендә үҙ производстволарын урынлаштырһын ине, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошондай эште мотлаҡ алып барасаҡбыҙ. Япониянан инвесторҙар, беҙҙә предприятие асырға теләгәндәрҙе эҙләйәсәкбеҙ, заводтар, производстволар төҙөп, иҡтисадҡа аҡса йүнәлтәсәкбеҙ, шул уҡ ваҡытта табыш та аласаҡбыҙ. Сентябрҙә республика менән таныштырыу сараһында Япония эшҡыуарҙары ла ҡатнашыр, тип уйлайым. Ошо фекерҙе еткерергә теләйбеҙ. Беҙ мөнәсәбәттәр өсөн асыҡбыҙ, яҡшы шарттар тыуҙырып, инфраструктура төҙөүҙә ярҙам күрһәтербеҙ, Япония бизнесы һәр йәһәттән үҙен яҡшы тойһон өсөн кәрәкһә, ташламалар ҙа, өҫтөнлөктәр ҙә бирербеҙ.
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы Япония делегацияһын киләһе йылдарҙа республикала үтәсәк ҙур халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
Токуро Фуруя төбәк Башлығына бай сәфәр программаһы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетында булды, Башҡортос­тандың Үҫеш корпорацияһы етәкселеге менән осрашты.
– Һеҙҙә ҙур ҡеүәт һәм мөмкинлектәр тупланыуын тойҙом, – тине илселектең Тулы хоҡуҡлы министры. – Бурыстарыбыҙ уртаҡ – мөнәсәбәттәрҙе йылдамыраҡ үҫтереү. Шуға күрә эш әүҙемләшәсәк.

* * *

Танылған япон инженеры, акустика буйынса белгес Өфөлә өр-яңы концерт залы буйынса эштә ҡатнашасаҡ. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Японияның Рәсәйҙәге илселегенең Тулы хоҡуҡлы министры Токуро Фуруя менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе.
– Бер нисә көн элек делегациябыҙ Японияға сәфәр ҡылғайны. Улар концерт залдарын проектлау буйынса билдәле белгес Ясухиса Тойота әфәнде менән осрашты. Ул Өфөлә эшләргә ризалығын бирҙе. Беҙ өр-яңы ҙур концерт залын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Тойота әфәнде ошо эштә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, – тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад