“Салғы янып” алдылар10.08.2018
Мул һөт, һимеҙ ит алыр өсөн, һис шикһеҙ, малдың көр булыуы шарт, шуға Ишембай районында мал аҙығы әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл 12,5 мең тонна бесән, 12 мең тонна сенаж, 7 мең тонна силос һәм 9 мең тонна һалам әҙерләү планлаштырыла. Әлеге мәлдә яландарҙа – ҡыҙыу мәл.
Был эште башҡарып сығыу өсөн салғылар үткер булырға тейеш, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта кәңәшләшеп алыу ҙа файҙаға. “Техника сафтамы?” “Яғыулыҡ етәме?” “Эшсе ҡулдар бармы?” “Үлән әҙерме?” Мәҫәлән, “Победа” хужалығында үткән семинар-кәңәшмәлә мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләренең күтәрелеүе урынлы булды.
– Аҙыҡ етештереү эшен дөрөҫ ойошторғанда һәм технологияны дөрөҫ ҡулланғанда, юғары сифатлы продукция әҙерләп була, – тип башлап ебәрҙе фекер алышыу сараһын Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов.
Ысынлап та, заманса салғың үткер булыу менәнме ни, саба белмәһәң. Әммә был йәһәттән ишембайҙарға тап төшөрөп булмай. Техника төҙөк, оҫталар бар, һауа торошо яҡшы торһа, эштәр гөрләп бара.
– Беҙҙә ауыл хужалығы продукцияһын етмештән ашыу ҙур һәм бәләкәй предприятие-фермер хужалыҡтары етештерә, 11 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. Мал аҙығы культуралары 12149 гектар майҙанды биләй, шуларҙың 2151 гектары – бер йыллыҡ үләндәр, – тине район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Николай Левашов. Әйтелгән хужалыҡтар төрлө программаларҙа ҡатнаша, яңы техника алып ҡайта. Районда һуңғы биш йылда 286 миллион һумлыҡ 214 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алынған. Булғандары ла ремонтлана, сафҡа индерелә. Быйыл, мәҫәлән, мал аҙығын әҙерләүҙә алтмыштан ашыу сапҡыс һәм алты комбайнды ҡулланасаҡтар.
Тик... төп таяныс шулай ҙа – ҡул көсө, кадрҙар. Был йәһәттән артыҡ һөйләп тормай, әлеге семинарҙа йәш механизатор, “Победа”ла ни бары ике ай эшләгән Илдус Фазыловты атап китеү ҙә асыҡлыҡ индерер һымаҡ.
– Бесән әҙерләйбеҙ, – тип дәртләнә ул.
Семинарҙа ҡатнашыусылар, әлбиттә, бер йылға ҡағылышлы проблемаларҙы ғына күтәрмәне, ә ғөмүмән ауыл хужалығындағы бихисап мәсьәләне байҡап сыҡты. Мәҫәлән, кукуруз культураһын күберәк сәсергә, баҫыу эштәрендә бар технологияны ла теүәл үтәргә, төп көстө сифатлы продукция етештереүгә йүнәлтергә тигән һығымта яһаны улар.
...Ҡыҙыу бесән осоро бара. Район хужалыҡтары был мәшәҡәтте “һә” тигәнсе башҡарып сығырына шик юҡ, сөнки уларҙың яландағы салғылары ғына түгел, эш алымы “салғылары” ла үткерләнде.
Рәмил МАНСУРОВ,
Хәнә МӘҠСҮТОВА.
Ишембай районы.