Төбәктә ураҡ әүҙемләште. 6 авгусҡа республика аграрийҙары 101 мең гектарҙы сапҡан, шуның 83 мең гектарында иген һуғып алынған. Игендең тулайым йыйымы 263 мең тонна, шул иҫәптән ужым арышы, бойҙай һәм тритикале 234 мең тонна тәшкил иткән. Яҙғы культураларҙан әле арпаны әүҙем йыялар. Бөгөн ул 19 мең тонна, борсаҡ иһә 9 мең тонна һуғылған.
Ураҡ барышы буйынса Дүртөйлө, Әлшәй, Ейәнсура һәм Көйөргәҙе райондары алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән майҙандың 15-17 проценты йыйып алынған.