Ал-ял белмәй ялан батырҙары08.08.2018
Ал-ял белмәй ялан батырҙарыРайон хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү йылдам дауам итә, һәр ерҙә ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, ҡышҡа запасты етерлек күләмдә тупларға тырыша. “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ йәмғиәтенең Уҙыбаш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре лә иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙа.


Ринат Ҡотошов етәкселегендәге хужалыҡ байтаҡ күрһәткес буйынса алдынғылар рәтендә. Был тарафҡа тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында күп киләләр, сөнки күрһәтерлек ҡаҙаныштар бар, улар тураһында күптәр хәбәрҙар. Йәмғиәт базаһында район, республика семинарҙары, ярыш-конкурстар йыш үткәрелә.
– Эшмәкәрлегебеҙҙе баһалайҙар, – ти баш агроном Вадим Балашов. – Етәкселектең һәм ауыл эшсәндәренең уртаҡ уңыш һөҙөмтәһе был.
Хужалыҡта үҫемлекселек, малсылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнәләр, бының өсөн бөтөн уңайлы шарттар булдырылған. Техника йыл һайын яңыртыла. Быйыл ғына ла ошо маҡсатта ун миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Һәр урында заманса ҡеүәтле техника файҙаланыла, фермаларҙа күптән ҡул көсөнә таянмайҙар – барыһы механизация­ланған. Хужалыҡтың 13 мең гектарға яҡын сәсеүлеге, өҫтәүенә көтөүлектәре, бесәнлектәре бар. Улар тәрбиәле, ҡараулы. Ошондай хәстәрлек, минераль ашламаларға ҡытлыҡ булмау арҡаһында йыл һайын мул уңыш алына. Уны юғалтмау өсөн ҡеүәтле иген һаҡлағыстар төҙөп ултыртҡандар. Көнбағышты Шишмә май заводына тапшырып, йәмғиәт ҡаҙнаһын тулыландырырға иҫәп тотола.
Бөгөнгә бында өс мең тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән, тағы ла күпләп хәстәрләйәсәктәр әле. Бесән етерлек тупланған, хужалыҡ ихатаһында төргәктәрҙә һаҡлана. Былтырҙан ҡалған сенаж да бар. Игенселәр көҙгө уңышты йыйып алыуға күптән әҙер, әле ваҡ ремонт эштәре бара. Баҫыуға 14 комбайн сығасаҡ. Бынан тыш, ике мең гектарҙан ашыу майҙанда ужым культуралары сәсеү планлаштырыла.
Әле бында 440 кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы яҡшы булғас, китеүселәр юҡ, киреһенсә, башҡа тарафтарҙан да урын һорап мөрәжәғәт итәләр. Эш һөҙөмтәһенә ҡарап хеҙмәткәрҙәр йылына бер тапҡыр ял йортонда бушлай сәләмәтлеген нығыта. Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары ла был йәмғиәткә практика үтергә ҙур теләк менән килә, уларға ла хеҙмәт хаҡы түләү ҡаралған.
“Башкирагроинвест” йәмғиәтенең “Благовар” бүлексәһе баҫыуҙарында ла техника тауышы тынмай. Хужалыҡтың ере күп – 19 гектарҙа эшмәкәрлек алып барыла. Әле, бесән әҙерләүҙән тыш, ҡоротҡостарға ҡаршы химик утау бара, ер һөрөлә. Ике мең тонна сенаж һалынған.
– Ялан батырҙарының кәйефе күтәренке, – ти бүлексә агрономы Азат Ғайнанов. – Бесән ҡуйы булып үҫкән. Уның шифаһы юғалмаһын өсөн төргәктәрҙә туранан-тура йәмғиәт ихатаһына ташыйбыҙ. Иген культураларын һуғырға төштөк. Техника төҙөк, эштә бер ниндәй тотҡарлыҡ булмаҫ тигән өмөттәбеҙ. Ҡышҡы көн хәстәрләнгәндә һәр минуттың ҡәҙерен белеп, ал-ялһыҙ хеҙмәт итә ялан батырҙары.

Благовар районы.


Вернуться назад