Ял көндәрендә берәүҙәр һыу инергә, тәбиғәткә ашыҡһа, икенселәр ҡышҡылыҡҡа еләк-емештән төрлө ҡайнатма, һут әҙерләүҙе хәстәрләй. Әлбиттә, баҡсалылар үҙҙәре үҫтергән уңыш менән кинәнә, ундай мөмкинлеге булмағандар иһә йә һатып ала, йә тәбиғәт ҡосағына юллана. Ҡайҙа еләк бар икән, тип эҙләнеп йөрөргә теләмәгәндәр был мәсьәләне питомниктар ярҙамында хәл итә. Әйткәндәй, әле республикала еләк-емеш үҫтерелгән 12 питомник бар. Беҙ уларҙың береһендә – Рөстәм Урмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығында булдыҡ.
– Һуңғы йылдарҙа был шөғөлгә тотонғандар күп. Былтыр ғына өс кеше ошо йүнәлештә үҙ эшен асты. Йүнселдәрҙең артыуына ҡыуанабыҙ, сөнки улар беҙҙән үҫентеләр һатып ала, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, – ти Рөстәм Рәйес улы.
Әле хужалыҡтың 25 гектар майҙанды биләгән ике питомнигы бар. Уларҙа алмағас (25 төр), ҡарағат (30 төр), күпләп груша, ҡурай, ер еләктәре үҫтерәләр. Быйыл һигеҙ мең төп алмағас, бер мең төп груша үҫентеләрен һатыуға сығарғандар.
Рөстәм Рәйес улы Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас, Бөрө дәүләт сорт участкаһына мөдир булып эшкә ҡайта. Колхоз-совхоздар тарҡатылғас, булғанды һаҡлап ҡалыу өсөн уға крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп, 2004 йылдан Рөстәм Рәйес улы ҡатыны Гөлшат Зөлфәр ҡыҙы менән питомник өсөн яуаплылыҡты үҙ иңдәренә ала. Әле лә улар төп йүнәлештән тайпылмай, еләк-емеш ағастарының төрлө сорттарын сығарыуҙы дауам итә, яҡшыларын районға таратыу өҫтөндә эшләй.
– Питомникта эш йыл буйына бара. Яҙҙан көҙгә тиклем бөтөн хеҙмәтебеҙ еләк-емештән яҡшы уңыш алыуға йүнәлтелһә, ҡыш ағастарҙы кимереүселәрҙән, ҡоротҡостарҙан һаҡлау сараһын күрәбеҙ, ботаҡтарҙы ҡырҡабыҙ, – ти Гөлшат Зөлфәр ҡыҙы.
Ул йәш сағынан бында агроном булып эшләгән, шуға ла иренең уң ҡулы. Әлбиттә, икәүһе генә бөтәһенә лә өлгөрә алмай, шуға ла элекке хеҙмәттәштәрен ярҙамға саҡыралар.
Хәҙер бәғзеләр баҡсаһында картуф үҫтерә һалып бармай, ә емеш ағастарын күпләп ултырта. Был иһә Урмановтарҙың үҫентеләренә ихтыяжды арттыра, уларҙы үҙебеҙҙең райондарҙан ғына түгел, күрше Пермь өлкәһенән дә килеп алалар.
Питомниктың даны тирә-яҡҡа таралған. Емеш-еләк өлгөрә башлағас та халыҡ бында күпләп ағыла. Яҡшы йылдарҙа 12 тоннанан ашыу ер һәм ҡурай еләктәре, ҡарағат һаталар. Һорағандарҙың ҡайһы берҙәренә етмәй ҙә ҡала, ти Урмановтар.
Бөрө районы.