“Үҙҙәрен иркен тоймаһындар...”03.08.2018
Башҡортостанда эш хаҡын һуңлатып биреү осраҡтары кәмей

Республикала хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү, рәсми булмаған мәшғүллекте кәметеү йәһәтенән эш дауам итә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгелге сығыштарының береһендә хәбәр итте.


– Әгәр беҙ эш биреүселәрҙе ҡыҫымға алмаһаҡ, уларға баҫым яһамаһаҡ, был кәмеүгә өлгәшә алмаҫ та инек, ләкин шул уҡ ваҡытта тынысланырға ла иртәрәк, – тине республика етәксеһе. – Беҙҙә түләнмәгән хеҙмәт хаҡы бик күп әле. Йөҙҙәрсә миллион һум. Хеҙмәт хаҡы түләмәгән һәм ваҡыт үтеү менән был хәл онотолор тип уйлаған эш биреүселәр ныҡ яңылыша. Беҙ уларҙы түләргә мәжбүр итербеҙ. Уларҙың һәр береһенә барып етербеҙ. Бөгөн улар үҙҙәрен бик иркен тоя һәм ҡайһы берҙә “ярҙарҙы күрмәй”.
Прокуратура, Дәүләт хеҙмәт инспек­цияһы, Пенсия фонды, шулай уҡ муниципаль райондар һәм ҡала округтары менән берлектә эшләү хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты бөтөрөргә ярҙам итә, тип билдәләне республика Башлығы.
2015 йылдан алып 200 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләш­тергән. 2017 йылда 233 ойошма хеҙмәт­кәрҙәр алдындағы эш хаҡы буйынса 1 мил­лиард һумдан ашыулыҡ бурысын түләгән.
– Быйыл 25 йыллығын билдәләгән социаль партнерлыҡ системаһына ла рәхмәт әйткем килә. Ғөмүмән, хеҙмәт баҙарын үҫтереү, граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғын яҡлау менән бәйле мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп хәл итеү мөһим. Быға предприятие етәкселәре ҡаршы түгел, улар социаль программаларҙы аңлап ҡабул итә. Хеҙмәт баҙары йылдан-йыл цивилизациялы, ә эшҡыуарлыҡ социаль яуаплыраҡ була бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин был хәлдә лә даими контроль кәрәк. Сөнки «Мин һалым түләйем – миңә яҡын килмәгеҙ» тип иҫәпләгән эшҡыуарҙар бар. Килербеҙ. Предприятиела дөрөҫ социаль сәйәсәт үткәреүҙәрен талап итербеҙ.
Эш хаҡы буйынса бурыс хатта Мәскәүҙә лә йыш булғылай. Ә бит беҙ Рәсәйҙең баш ҡалаһы аҡсаны мул тотона, бөтә банктар тиерлек унда, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Хәйер, хеҙмәт хаҡын һуңлатыуҙың сәбәптәре мегаполиста ла, бәләкәй ҡала һәм ҡасабаларҙа ла бер үк. Айырыуса йәйге мәлдә был мәсьәлә ҡырҡыулаша, сөнки күп хеҙмәткәр эшләгән осор өсөн түләүҙән тыш отпуск аҡсаһы ала. Һөҙөмтәлә ойошма­ларҙа финанс яғынан көсөргәнешлек тыуа. Етмәһә, был айҙарҙа кеше аҙайыу арҡаһында предприятиеларҙа әүҙемлек тә кәмей. Тимәк, алдағы бер нисә айҙа табыш һәм ҡаҙнаға һалым да күп булмаясаҡ. Шәхси предприятиелар, әлбиттә, бындай хәлде алдан күҙаллай. Ә дәүләт һәм муниципаль ойошмалар?
– Эш хаҡының тотҡарланыуында миҙгел – төп сәбәптәрҙең береһе, – ти Рәсәй Фәндәр академияһының Социаль сәйәсәт үҙәге етәксеһе Евгений Гонтмахер. – Уҡытыусыларҙы ғына алып ҡарайыҡ: улар икешәр айға ялға сыға, тимәк, был сығымды алдан планлаштырырға ла мөмкин, ләкин шуныһын онотмайыҡ – ил субъекттарының күпселегенең ҡаҙнаһы дефицитлы. Икенсе сәбәбе – ҡайһы бер предприятиеларҙың рентабеллелек сигендә эшләүе. Шул арҡала улар йәйге отпусктар өсөн түләүҙе йыш тотҡарлай.
– Хеҙмәт хаҡы тотҡарланғанда шау-шыу ҡуба икән – был яҡшы күренеш, сөнки һуңғы йылдарҙа рәсәйҙәр иҡтисади тотороҡлолоҡҡа һәм матди хәлдәре яҡшырыуға күнеккәйне, түләүҙең тотҡарланыуы осраҡтарын улар ғәҙәттән тыш хәл тип ҡабул итә һәм ойошма етәкселәренә дәғүә белдерергә лә ҡурҡмай, – ти “Финэкспертиза” аудитор-консалтинг төркөмөнөң генераль директор урынбаҫары Агван Микаелян. – Элекке замандағы кеүек айҙар буйы хеҙмәт хаҡы түләгәндәрен көтөргә берәү ҙә риза булмаясаҡ.
Ҡануниәт тарафынан да эш хаҡын тотҡарлаған етәкселәргә ҡарата яуаплылыҡ йылдан-йыл арттырыла. Әгәр ҙә үткән быуаттың 90-сы йылдарында предприятие етәксеһе эш хаҡын түләмәгән өсөн бер ниндәй ҙә яза алмаһа һәм коллективтың аҡсаһы шул көйө юғалһа (директорҙан һәм уның яҡын кешеләренән башҡа, әлбиттә), хәҙер бөтөнләй икенсе хәл – Енәйәт кодексына ярашлы, ғәйепле директорҙы ете йылға саҡлы төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Дөрөҫ, бындай яза биреү өсөн предприятиела ғәмәлдә аҡса булғанын һәм уны башҡа маҡсаттарҙа тотоноуҙарын йәки етәксенең кеҫәһенә инеп ятҡанын иҫбатлау шарт. Йыш булмаһа ла, шундай хәлдәр ҙә осрай: етәксе, коллективтың өндәшмәүенән файҙаланып, хеҙмәт хаҡына тигән аҡсаны банкка һала һәм проценттар йыя. Иректән мәхрүм итеү ваҡыты эш хаҡын тотҡарлауҙың эҙемтәһе ниндәй булыуға бәйле.
Бындай етәксегә шулай уҡ 120 мең һум штраф һалыуҙары, биш йылға саҡлы билдәле бер вазифаларҙы биләү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә бар. Айырым осраҡтарҙа (әйтәйек, үҙегеҙҙе йәки балағыҙҙы ашығыс дауалау өсөн аҡса юҡ) бындай штрафтың 500 мең һум тәшкил итеүе ихтимал. Тик бының өсөн хеҙмәткәр директорҙы судҡа бирергә тейеш буласаҡ, әммә артабан да ошонда уҡ эшләргә теләгән белгестәрҙең күпселегенең быға ҡыйыулығы етмәй.
– Бер яҡтан, был ҡануни саралар дөрөҫ, ләкин уларҙы ҡулланырға халыҡ өйрәнмәгән әле, – тип раҫлай Евгений Гонтмахер. – “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эш хаҡын тотҡарлау күбеһенсә ҡаҙнанан финансланған ойошмаларҙа осрай. Һүҙ рәсми эш хаҡы тураһында бара, әлбиттә. Тик был осраҡта уҡытыусы кем менән судлашырға тейеш буласаҡ? Икенсе бер һәйбәт сара ла бар: етәксе эш хаҡын һуңлатҡан өсөн һәр көнгә компенсация түләргә тейеш. Был иҡтисади сара булып тора, шуға күрә йоғонтолораҡ та. Әммә тормошта ул – һирәк күренеш.


Вернуться назад