Һөнәрленең ҡулы алтын, ти халыҡ мәҡәле. Бөрйән районының Яуымбай ауылында йәшәгән Рәил Латипов тураһында ла тап шулай тип әйтеп була. Уның ағастан юнып-һырлап эшләгән ҡул ижады өлгөләре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. — Кипкән йүкә ағасын беҙҙә һөйән тип йөрөтәләр, ул – төрлө сувенир, һауыт-һаба, баҙыян һауыттары, икмәк телеү өсөн таҡта, уҡлау эшләү өсөн ҡулай материал. Күберәк заказ буйынса эшләйем, бигерәк тә олораҡ быуын ҡымыҙ, һөт, буҙа һалыу өсөн тип, көндәлек тормошта ҡулланылған һауыттарҙы күпләп һатып ала. Үҙҙәренә оҡшаған биҙәкте һырларға, ниндәй ҙурлыҡта, ниндәй формала кәрәклеген дә алдан иҫкәртәләр. Һуңғы йылдарҙа йәштәр ҙә тәбиғи материалдан эшләнгән әйберҙәргә өҫтөнлөк бирә башланы, — ти оҫта.
Рәил Мирза улының ағас эшенә маһирлығы бала саҡтан килә. Тыуған яғының ҡалын урмандарында йөрөргә ярата ул, шул саҡта ҡулына эләккән һәр ағас ботағын нимәгәлер оҡшатып юнып, ниндәйҙер һын эшләргә ғәҙәтләнеп китә.
Мәктәпте тамамлағас Өфөгә “Ағиҙел” сәнғәт кәсептәре берекмәһе ҡарамағындағы 5-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Профессиональ рәүештә ағас эше серҙәрен үҙләштереү тап ошонда башлана ла инде.
Дипломлы белгес ике йылдан тыуған ауылына ҡайтып төпләнә, һөйгәне Рәшиҙә менән матур ғаилә ҡороп, йорт һалып сығалар. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы өс баһадир донъяға килә.
1992 йылда ауылда урта мәктәп асыла, тирә-яҡҡа “оҫта ҡуллы” тигән даны сыҡҡан Рәил Мирза улын унда эшкә саҡыралар. Ике тиҫтә йыл балаларға рәсем, һыҙма дәрестәренән белем бирә ул. Төп сәғәттәрҙән тыш, ағас эше буйынса түңәрәктәргә лә бик күп балаларҙы йәлеп итә оҫта.
— Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән әйтем юҡтан ғына килеп сыҡмаған бит. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән ир-атҡа, төп һөнәренән тыш, ағас эшен дә белеү бер ҙә артыҡ булмай. Йорт һалаһың икән, бөтә нәмәне лә кеше ҡушып эшләтеүе, ай-һай, ҡиммәткә төшөр. Шуға күрә уҡыусыларымды тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн иң тәүҙә балта тоторға өйрәттем. Әлбиттә, араларында бик һәләтлеләре лә булды. Ике тиҫтә йыл эш дәүеремдә туғыҙ уҡыусым биҙәүсе-рәссам һөнәрен һайланы, шуларҙың өсәүһе, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, төрлө урындарҙа лайыҡлы хеҙмәт итә, — тип ғорурлығын йәшермәне әңгәмәсем.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Рәил Мирза улының өс улы ла ошо йүнәлештә белем ала. Фәнүр менән Ғәфүр икеһе лә Иҫке Собханғолда һөнәрселек училищеһын тамамлай, бөгөн улар ауылда йәшәй, заказ буйынса бура бурап, йорттар һалалар. Тайфур Сибайҙа техникумда уҡып, диплом ала, әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында һалдат бурысын үтәй.
— Балаларым кесе йәштән эшкә өйрәнеп үҫте, миңә гел ярҙам итте. Әле лә ҙурыраҡ заказ килеп сыҡһа, бергәләп эшләйбеҙ, — ти әңгәмәсем.
Латиповтарҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра. Бында оҫта йәшәгәнлеге йорттоң тышынан уҡ беленеп тора. Өйҙәрендә бөтә йыһаз Рәил Мирза улының ҡулы менән эшләнгән.
— Үҙең яһаған мебель ныҡ та, матур ҙа була. Быны аңлап, һуңғы йылдарҙа һандыҡ, ултырғыс, өҫтәлдәргә заказ биреүселәр күбәйеп китте. Яратҡан ҡомарым менән күберәк ҡышҡы оҙон төндәрҙә шөғөлләнәм, йәйгеһен ваҡыт етмәй — бесән-утын әҙерләргә кәрәк. Материалды ла йәйҙән хәстәрләп ҡуям, — ти оҫта.
Ихатаһында ыҡсым ғына оҫтаханаһы ла бар әңгәмәсемдең. Уның бер минутты ла бушҡа сарыф итмәүе күренеп тора. Ҡура тулы мал – һыйыр, йылҡы, һарыҡ тота Латиповтар, ҡош-ҡорто ла күп, баҡсалары ла мул емешле.
Ғүмере буйы һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рәшиҙә ханым да ҡул эштәренә бик өлгөр. Йорт бүлмәләренә ул бәйләгән япмалар, селтәрҙәр сихри йәм бирә төҫлө. Бынан тыш, хужабикә тирә-яҡҡа дауалаусы булараҡ та билдәле. Өләсәһенән күскән уға был һәләт. Быуын ултыртырға, балаға ҡот ҡойорға, ҡолаҡ тиштерергә Рәшиҙә Мансур ҡыҙына сит ауылдарҙан да мөрәжәғәт итәләр. Береһен дә кире бороп сығармай, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша ул, төрлө үләндәрҙең шифаһын да яҡшы белә хужабикә.
Рәил Мирза улы район кимәлендә уҙғарылған төрлө йыйын-күргәҙмәләрҙә ҡатнашып та үҙенең эштәрен тәҡдим итә. Туристар, ситтән килгән ҡунаҡтар бигерәк тә ул яһаған Бөрйән сувенирҙарын иҫтәлеккә тип ихлас һатып ала.
Күңелгә ял алырлыҡ шөғөлө булған кеше бәхетле булалыр. Ул шөғөл өҫтәүенә килем дә килтерһә, икеләтә яҡшы.