Баҫыу караптары ашлыҡ диңгеҙен гиҙә31.07.2018
Миәкә һәм Баймаҡ аграрийҙары уңышлы эшләй һәм ҡаҙаныштары менән ихлас уртаҡлаша

Баҫыу караптары ашлыҡ диңгеҙен гиҙәВаҡыт шундай тиҙ үтә: әле генә сәсеү тамамланған кеүек ине, бөгөн иһә ауыл эшсәндәре уңыш йыйыуға төшә. Яуаплы, тынғыһыҙ һәм шул уҡ ваҡытта күңелле осор алдынан төбәктә йыл да “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһе ойошторола. Сара зоналар буйынса уҙғарыла. Уның тәүгеһе Миәкә районының “Үҙәк” МТС-ы филиалында үтте.


Кәңәшмәлә Башҡортостан Респуб­ликаһы ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, көнбайыш райондарының хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы (бүлектәре) етәкселәре, баш агрономдар, инженерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәр ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙыҡты эшкәртеү, һаҡлау, логистика һәм экспортты үҫтереү мөһимлеге хаҡында һөйләне. Дәүләт ошо йүнәлештә эшләгән предприятиеларға ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бирә. Беҙҙең республикала игенде уңышлы үҫтерәләр, ит һәм һөттө лә күп етештерәләр, әммә хужалыҡтарҙың күпселеге әлегә уны сауҙаға сығарып, табыш алыу юлын яйға һалмаған.
Семинарҙа Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов – районда ауыл хужалыҡтарын үҫтереү үҙенсәлектәре, “Россельхозбанк”тың Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Алексей Самсонов – субсидия, кредиттар алыу тәртибе, “Үҙәк” МТС-ының генераль директоры Илдар Насыров – баҫыу эштәрен ойоштороуҙа тәҡдим ителгән хеҙмәттәр, “НПЦ” Селекция и Агротехнология” йәмғиәте директоры Даниил Туев “10 мең плюс” программаһы буйынса май һәм иген культураларын һатып алыу шарттары, Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы етәксеһе Юрий Петров игенде һатыуҙа Рәсәй ҡануниәте ҡуйған талаптар менән таныштырҙы.
Ауыл хужалығы техникаһы, ашлама, орлоҡ менән сауҙа иткән ойошма-предприятиелар ҙа, үҙҙәренең продукция­һын тәҡдим итеп, ҙур күргәҙмә ойош­торҙо. Тауарҙар сарала ҡатнашҡан­дарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Үҙәк” МТС-ының тәжрибә баҫыуы ауыл эшсәндәре өсөн тәжрибә уртаҡлашыуҙағы иң файҙалы эш майҙаны булды, сөнки улар унда үҫкән ауыл хужалығы культураларының 150 төрө менән танышты. Шул уҡ көндө Миәкә район хакимиәте башлығы уңыш йыйыуға старт бирҙе.
Әйткәндәй, ошондай саралар республиканың тағы ла дүрт төбәгендә уҙасаҡ. Семинар-кәңәшмәләрҙә ауыл эшсәндәре тағы ла 300 төр культураны сәсеү, үҫтереү, ашлау тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Миәкә районы.

* * *

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында ла Башҡортостан Республикаһының Урал аръяғы зонаһында урып йыйыу эштәрен ойоштороу, игенселектең алдынғы технологияларын һәм перспектив ауыл хужалығы культуралары сорттарын ғәмәлгә индереү буйынса “Баҫыу көнө-2018” төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте. Урал аръяғының агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре өсөн файҙалы һәм кәрәкле сараның тап Баймаҡта үтеүе лә осраҡлы түгел. Сәсеүлек майҙандары, мал һаны буйынса район республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Сарала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, көньяҡ-көнсығыш район хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы белгестәре, ғалимдар, төбәк агрономдары, фермерҙар һәм башҡалар ҡатнашты.
Баймаҡ районы хакимиәте башлы­ғының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов әйтеүенсә, төбәктә сәсеү майҙандары 84300 гектарҙы биләй, шуның 73 мең гектарында иген культуралары, 3300 гектар майҙанда — мал аҙығы, 8 меңендә — техник культуралар, 23 гектарҙа картуф һәм йәшелсә үҫтерелә. Төбәк аграрийҙары орлоҡ сифатына ҙур иғтибар бирә, әгәр 1000 тонна сифатлы орлоҡ сәселһә, шуның 400 тоннаһы — элиталы. Яңы сорттарҙан бойҙайҙың “кинельская юбилейная”, “альбидум”, “челябинская 75”, “саратовская-74”, “тулайковская-108” тигәндәрен атап китергә мөмкин.

Фән менән тәжрибә йәнәш булғанда

Игендән юғары уңыш алыуҙың юлдары бихисап. Берәүҙәр тәжрибә менән, икенселәр фән юлы менән алдыра. Әммә икмәк үҫтереүселәр бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: бөтәһе лә комплекслы хәл ителергә тейеш. Яҡшы орлоҡтоң да булыуы мотлаҡ, техниканың да яңыһы кәрәк. Был йәһәттән баймаҡтарға бошонорға түгел. Ҡуянтау ауылында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтына ҡараған Баймаҡ подраз­делениеһы урын­лашҡан. Марс Солтанов етәкләгән коллектив ғалимдары Урал аръяғы төбәге шарттарында ауыл хужалығы культураларының перспектив сорттарын сығарыу һәм үҫтереү менән шөғөлләнә.
— Баймаҡ подразделениеһының тәжрибә участкаһы коллективы көсө һәм тәжрибәһе менән “Баҫыу көнө”нә махсус рәүештә 126 ауыл хужалығы культуралары һәм гибриды сәселгән. Тәүге тапҡыр был климатик зонала яҫы борсаҡ һәм соя урын алды. Иң мөһиме — һәр төбәк шарттарына ҡулайлы һәм яраҡлашҡан орлоҡто һайлау, уны дөрөҫ итеп сәсеү мотлаҡ, — тине ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Семинарҙа ҡатнашыусылар төбәктә фән һәм тәжрибәнең үрелеп барыуын, уның һөҙөмтәлелеген район баҫыуҙарын иңләп, иген культураларын үҙ күҙҙәре менән күреп инанды.
Районда ғына түгел, тотош Урал аръяғында иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеһы булып танылған Ленин исемендәге кооперативының рапс баҫыуы, йәш фермер Динар Ситдыҡовтың эксперимент рәүешендә генә сәселгән 60 гектар “рапсодия” сортлы аҡ гәрсисе, Альберт Хөсәйеновтың етен баҫыуҙары барыһын да хайран итте.

Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта ғына

Һуңғы йылдарҙа аграрийҙарҙың техник культураларға өҫтөнлөк биреүе аңлашыла, сөнки уларға ихтыяж бик ҙур һәм хаҡы ла юғары. Әммә шул уҡ ваҡытта иген культураларынан да баш тартырға ярамай, сөнки тап Урал аръяғы төбәгендә генә ҡаты бойҙай сорты үҫә. Игенгә хаҡтың түбән булыуы, яғыулыҡ-майлау материал­дарының ҡиммәтләнеүе, һөт, ит ризыҡтарын етештереү... Бик күп мәсьәләләр буйынса һорауҙар булды, уларға аныҡ яуаптар бирелде. Шулай уҡ күптән түгел Баймаҡта үҙ эшен башлаған бейә һөтөн киптереү производствоһының һатыу баҙарына сығыу шарттары өйрәнелде.
Ике яҡ өсөн дә отошло саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, аграрийҙарға тиҙҙән башланасаҡ урып йыйыу эштәрен үҙ ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы ҡуйылды. Семинар сиктәрендә ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе лә эшләне.

Баймаҡ районы.

***
Илшат ФӘЗРАХМАНОВ, Премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл яҙғы баҫыу эштәре һуңланы. Июнь һыуыҡ, ә июль эҫе булды. Һуңғы ваҡытта сәсеүлектәрҙең дым менән тәьмин ителеше лә артты. Шуға ла уңыш йыйыуға һуңлабыраҡ төшәбеҙ. Үткән аҙнала республикала ужым шипкәнен һуға башланыҡ. Был аҙнала ужым арышына һәм бойҙайына тотонабыҙ.

Мөхәмәт ХӘЙБУЛЛИН, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, ауыл хужалығы фәндәре докторы:
– “Баҫыу көнө” бик ойошҡан бара. Төбәккә ҡараған бөтә райондар ҙа килгән, башҡа ҡатнашыусылар ҙа күп. Хужалыҡ баҫыуында районлаштырылған сорттар күрһәтелгән. Улар ғәмәлдә ошо төбәккә яраҡлаштырылған. Орлоҡтарҙы үҫтереү буйынса яңы технология­ларҙы ла файҙаланғандар. Ашламаһыҙ ҙа ярамай. Унһыҙ уңышты күтәреп булмай. Шулай уҡ баҫыуҙарҙы ҡоротҡостарҙан һаҡлау шарт. Бөгөн үҫемлекселектә яңы технологиялар һәм техника киң ҡулланыла. Әммә улар менән эшләр өсөн хужалыҡтарға белгестәр әҙерләүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк.

Дамир МОСТАФИН, Әлшәй районы хакимиәте башлығы:
– Әле ауыл хужалығында башлыса электән эшләп килгән тәжрибәле етәкселәр, агрономдар тир түгә. Улар өсөн, бәлки, бөгөнгө сара әллә ни ҙур яңылыҡ та түгелдер. Әммә ҡабатлағандан доға иҫкермәй. Күргәҙмәләргә йылдан-йыл яңы техника ҡуялар. Уларҙың ҡулланыу мөмкинлектәре яҡшыра, юғары кимәлгә сыға бара. Әгәр ҙә ошо үҫеш дауам итһә, тағы ла дүрт-биш йылдан комбайн һәм тракторҙар кешеһеҙ эшләй башлаясаҡ. Операторҙар ситтән генә идара итәсәк.
Семинарҙа йәштәрҙең аҙ ҡатнашыуы борсой. Был ауыл хужалығында кадрҙар ҡартайыуын, йәш быуындың ауыл хужалығынан ситләшеүен күрһәтә. Хәҙер йәштәрҙе ауылға яҡшы хеҙмәт хаҡы менән генә ылыҡтырырға була. Ә эш хаҡын күтәреү өсөн ауыл хужалығы табыш менән эшләргә тейеш.

Наил ӘМИНЕВ, Әлшәй районының “Заря” йәмғиәте директоры:
– Йыл да хужалыҡҡа етештереүсәнлеге юғары булған трактор, комбайн алабыҙ. Элиталы сорттарҙы үҫтереү өҫтөндә лә даими эшләйбеҙ. Һөҙөмтә бар, уңыш та юғары була. Мәҫәлән, ябай орлоҡто 5-6 мең һумға һатһаҡ, элиталы орлоҡтоң хаҡы ике-өс тапҡырға ҡиммәтерәк.
Күргәҙмәгә ҡуйылған техникалар оҡшаны. Ҡайһы берҙәренә күҙ һалдыҡ. Уларҙы лизинг буйынса алыу мөмкинлеге лә бар, шуға ла отошло.


Вернуться назад