Иң тәүҙә кирбес кәрәк31.07.2018
Мәсетле районында элекке кирбес заводы яңынан эш башланы

Иң тәүҙә кирбес кәрәкБыл предприятие 1954 йылда төҙөлә башлай һәм тиҙҙән район халҡын тәүге продукцияһы менән ҡыуандыра. Йылына 100 мең дана кирбес сыға конвейерҙан.


1965 йылда Бәләкәй Ыҡтамаҡ балсыҡ ятҡылығы эргәһендә һигеҙ миллион кирбес етештереү ҡеүәтенә эйә яңы завод проекты әҙерләнә һәм ул 1976 йылда файҙаланыуға тапшырыла. 1990 йылда бында 96 кеше тир түгә. Үкенескә ҡаршы, 2005 йылда ойошманың эше туҡтала. Шулай итеп, ошо көнгәсә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында бер кирбес заводы ла булмай. Ауылдарҙа хатта мейес сығарыу өсөн дә уны өҫтәмә сығым менән Свердловск өлкәһенән, башҡа төбәктәрҙән килтергәндәр.
Шаҡтай ваҡыт буш торған бинаны “УралСтрой-Керамика” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Салауат Фәйзелғаянов үҙенең ҡул аҫтына алып, яңынан тергеҙеүгә көсөн йәлләмәй. Заманса ҡорамал­дар менән йыһазландырыла, эргәләге карьер тәртипкә килтерелә, газ үткәргес һуҙыла. Дөйөм инвестиция күләме 18 миллион һумдан ашып киткән.
Әйткәндәй, реконструкция эше республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһына ярашлы алып барылған. Завод тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас, 120 кешегә хеҙмәт урыны буласаҡ. Бында көнөнә – 25 – 30 мең, йылына иһә 10 миллион тонна кирбес етештереләсәк тип көтөлә. Ул экологик йәһәттән таҙа булыуы, артыҡ бер нәмә лә ҡушылмауы менән айырыла.
Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин инвесторға, ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ яуаплы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтте, төбәктең киләсәге өсөн заводтың әһәмиәтен билдәләне.
– Бөгөн “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” програм­маһы сиктәрендә район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтың Көньяҡ, Көнсығыш биҫтәләрен һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлә, – тип һүҙ башланы ул. – Тиҙҙән балалар баҡсаһына тәүге кирбес һалына. Былар барыһы ла районда төҙөлөштөң йылдам үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Үҙегеҙ беләһегеҙ, был тармаҡты төҙөлөш материалдарһыҙ күҙ алдына килте­реү мөмкин түгел. Нимәгә генә тотон­һаң да, иң тәүҙә кирбес кәрәк. Шуның өсөн был тарихи көн. Бында етеш­терелгән продукция беҙгә генә түгел, күрше төбәктәргә лә етер тип ышанам.
Республика Хөкүмәте аппара­тының махсус проекттар бүлеге мөдире Наил Хәлиуллин, йәмғиәт етәксеһе Салауат Фәйзелғаянов заводты асыуға тос ярҙам күрһәткән­дәргә рәхмәт белдерҙе.
Бына тантаналы минуттар һуҡты. Махсус төймәгә баҫҡас, әле генә тын торған заводҡа йән инде, ҡорамалдар хәрәкәткә килде. Конвейерҙан әҙер кирбестәр ағылды. Был ваҡиғаны хеҙмәт урындарында түҙемһеҙләнеп көткән егеттәр һәм ҡыҙҙар дәртләнеп эшкә тотондо.

Мәсетле районы.


Вернуться назад