Борай ауылында республика бюджеты иҫәбенә йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын үҙгәртеп ҡоралар. Әле ете берәмек ҡаҙанлыҡ урынлаштырыла. Быйылдан улар ярҙамында бюджет учреждениелары ла газ менән йылытыласаҡ. Айырым ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыу иҡтисади яҡтан да отошло.
Әйткәндәй, борайҙар 2010 йылдан күп фатирлы барлыҡ йорттарҙы альтернатив йылылыҡ сығанағына – зәңгәр яғыулыҡҡа күсергән. Хәҙер һәр фатир айырым иҫәптә, йәғни хужалар фатирҙарын, ҡасан һәм күпме теләй, шунса йылыта. Был иһә коммуналь түләүҙәрҙең кәмеүенә лә булышлыҡ итә. Хакимиәт иһә халыҡтан йылылыҡ өсөн нисек аҡса йыйырға тип баш ватмай.