Тимергә лә йән өрөп...25.07.2018
Тимергә лә йән өрөп...Яңауыл ҡалаһына килеп ингәс тә күп кенә шәхси йорттарҙың семәрләп эшләнгән ҡапҡа-ишектәренә, ихаталарҙағы эскәмйәләргә, хатта ҡала урамдарындағы сүп-сар һауыттарына иғтибар итмәй булдыра алманым. Ысынлап та, ябай тимергә оҫта ҡулы тейеп, бына тигән зауыҡлы, кәрәкле әйберҙәр тыуған. Бындай әкиәти һәм, иң мөһиме, күңелгә ятышлы, әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған тимер әйберҙәр яһаусы оҫтаны күрергә ине!

Рушат Дәүләтовтың “Ажур” иретеп-йәбештереү цехында әкиәтең ары торһон: оҫта егеттәр ҡулынан ниндәй генә әйберҙәр яһалмаған. Гөл-сәскә үҫтереүселәргә йәндәре теләгән гөл һауыттары тәҡдим ителгән. Тимер ҡапҡаларҙың ниндәйе генә юҡ, кеҫәңдең ҡалынлығына ҡарап, заказ буйынса эшләтергә мөмкин. Тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙ­ҙы­рыу, ит бешереү өсөн мангалдар, матур биҙәкле эскәмйәләр, почта йәшниктәре, ултырғыстар, беседкалар, бәүелсәктәр, балалар майҙансыҡтары, төрлө үлсәмдәге ҡоймалар ҡулланыусыларҙы үҙенә берҙәй ылыҡтыра.
— Әлбиттә, эшемде башлап китеүе еңелдән булманы. Аҡсаһыҙлыҡтан Себер тарафтарында ла эшләнем. Тик ул яҡтар мине үҙенә ылыҡтыра алманы, тыуған төбәктең тартыу көсө нығыраҡ булғандыр, күрәһең, кире ҡайтырға тура килде, — ти Рушат Ринаф улы. — Шөкөр, бөгөн эше­беҙҙән ҡәнәғәтбеҙ, үҙ ҡулланыу­сыла­рыбыҙ ҙа бар. Халыҡ араһында беҙҙең әйберҙәргә ихтыяж ҙур икән, тимәк, эшмәкәрлегебеҙ бушҡа түгел.
Себерҙә йөрөп ҡайтҡас, Рушат туғандары менән кәңәшләшеп, үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Һөнәре буйынса иретеп йәбеш­тереүсе булғас, күп уйлап тормай, ошо өлкәлә эшмәкәрлеген ойоштора. Яңауыл ҡалаһының элекке ПМК-12 производство базаһын һатып ала һәм шунда цех асып ебәрә. Бөгөн Рушат Ринаф улы етәкселек иткән ойошмала дүрт кеше эшләй. Тимерсе егеттәр иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр төрлө ҡатмарлыҡтағы ҡорамалдар яһай, бында тимер сүкегән тауыштар һис тынмай.
Оҫталар Яңауыл ҡалаһы һәм районы ойошма-предприятиелары, халыҡ менән уңайлы килешеүҙәр нигеҙендә тимер ҡапҡалар, ҡоймалар, баҫҡыстар, мунса өсөн уңайлы мейестәр һәм башҡа әйберҙәр етештерә. Бынан тыш цех хеҙмәткәрҙәре дизайн, үлсәү, буяу, ҡоролмаларҙы урындарға алып барыу һәм урынлаштырыу менән дә шөғөлләнә.
Эш башлағаны бирле эшҡыуар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика маҡсатлы программаһында ҡатнашып, бүленгән аҡсаға кәрәкле техника, заманса йыһаз-ҡорамалдар һатып алған. Цехты киңәйтеү, уны тейешле техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү өсөн дә тотонола был финанс ярҙамы. “Әгәр ҙә туғандарым, район хакимиәте минең башланғысымда ярҙам ҡулы һуҙмаһа, был цехты эшләтеп ебәреүе бик ҡыйынға тура килер ине, моғайын. Рәхмәт барыһына ла, ышандылар, ә мин үҙ сиратымда уларҙың таянысын аҡларға тырышырмын”, — ти төбәктең оҫта тимерсеһе. Киләсәктә эшҡыуар үҙе етештергән тимер әйберҙәре менән күрше райондар халҡын да тәьмин итергә ниәтләй, ә бының өсөн бөтә шарттар бар, бары тырыш һәм уңған оҫтаның ҡулы талмаһын.

Яңауыл ҡалаһы.


Вернуться назад