Ҡатын-ҡыҙ шөғөлөмө, түгелме?24.07.2018
Ҡатын-ҡыҙ шөғөлөмө, түгелме?Әле шәхси төҙөлөштөң иң ҡыҙған осоро: кемдер йортон ҡыйыҡлай, икенселәр ихатаһын кәртәләй. Ауыл ерендә йәшәгән халыҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерләнә. Бөгөн һәр кем йортон заманса төҙөлөш материалы ҡулланып төҙөргә, сағыу төҫтәге ҡойма менән уратып алырға, ҡыйығын күҙҙең яуын алырлыҡ черепица, профнас­тил менән ябырға тырыша. Һуңғы ваҡытта тап ошондай төҙөлөш материалдарына ихтыяж көндән-көн арта.

Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Әб­йәлил, Баймаҡ, Белорет һәм Бөрйән райондары халҡының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән Асҡар профнастил заводы өс йылдан ашыу уңышлы эшләп килә. Бында заводҡа ир-егет етәкселек итәлер тигән уй менән уның хужаһына шылтыраттыҡ. Телефондан яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышын ишеткәс, бер аҙ аптырап ҡалдыҡ. Директорын йәнә бер ҡат һорағас, ҡайһы бер ирҙәр эшләй алмаҫлыҡ йөктө үҙ иңендә күтәрергә батырсылыҡ иткән ханым менән танышырға ашыҡтыҡ.
Асҡарҙың бер яҡ ситендә урын­лаш­ҡан заводта эштең ҡыҙған мәле: кемдер профнастилды үлсәп киҫтерә, икенселәре үҙенә кәрәкле төҫөн таптыра, бәғзеләре ҡапҡа өсөн тимерҙән эшләнгән биҙәктәр һайлай. Эштең тығыҙ мәленә ҡарамаҫтан, Рита Мөхәмәтова беҙҙе ихлас ҡаршыланы. “Ни өсөн тимер япмаларҙы һатыуға, уны етештереүгә тотондоғоҙ?” тигән һорауға ла бер аҙ йылмайып:
— Ниндәй эшкә тотонорға баҙар үҙе ҡуша, — тип яуапланы. — Беҙҙең тауар халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Бигерәк тә яҙ һатып алыусыларҙың һаны күпкә арта. Сибай, Баймаҡ ҡалаһынан, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондарында йәшәгән кешеләргә заказ буйынса үҙебеҙ алып барабыҙ. Райондағы ауылдарға һәр саҡ үҙебеҙҙең машина тауарҙы илтеп бирә.
Коллективта барлығы ун хеҙмәткәр эшләй. Ғафури районы егете Артур Ҡолмөхәмәтов Әбйәлилдән кәләш алғас, йәштәр Асҡарҙа төпләнә. “Был яҡта уңайлы көнкүреш шарттары бар, эш тә табылды, кәләш тә янда”, — тип шаярта ул. Уның фекерен хеҙ­мәттәше Алексей Кутузов та ҡеүәтләй. “Эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, клиенттар бар, шөғөл оҡшай”, — ти. Төҙөлөш өсөн кәрәкле бөтә материал — профторбалар, швеллер, арматура, гипслы ҡатырға, поликарбонат, ОСБ плитәләре менән бер рәттән таҡта ла алырға мөмкин. Тиҙҙән завод бинаһы янында төҙөлөш материалдарын һатыу нөктәһе — магазин асыласаҡ. Ул сағында һәр кем кәрәк-яраҡты бер урында алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Әбйәлилде генә түгел, ошо төбәккә яҡын йәшәгән күрше райондар халҡын да үҙҙәренең төҙөлөш материалы менән тәьмин иткән биләмәләге йорт­тарҙы, тотош урамдарҙы матур­лауға ҙур өлөш индергән уңған эшҡы­уарҙарҙың береһе Рита Мөхәмәтова үҙ эшенән бик ҡәнәғәт.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад