Дәүләт кеҫәһе һалым көҫәй05.05.2012
— Ҡаҙнаға бәләкәй эшҡыуарлыҡтан ингән һалым аҡсаһының 22 процентҡа артыуына ҡарамаҫтан, республика дөйөм килемгә һалымдың үҫеш тиҙлеге буйынса илдәге уртаса күрһәткестән ныҡ ҡына ҡалыша, — тине Премьер-министр Азамат Илембәтов Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышында. Сарала төбәк бюджетының быйылғы тәүге өс айҙағы үтәлеше хаҡында һүҙ барҙы.
Хөкүмәт Рәйесенең һүҙҙәренсә, һалым керемдәре иҫәбендә ваҡ бизнестың өлөшө ҙур түгел — ни бары 5 процент, йәғни 1,1 миллиард һум. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында дәүләт кеҫәһенән йыл һайын кәмендә ике миллиард һум аҡса бүленә.
Финанс министры Рузалия Хисмәтуллинаның сығышында яңғыраған ҡайһы бер һандар ҙа һорау тыуҙыра. Мәҫәлән, тәүге кварталда ҡаҙна килемдәре йыллыҡ пландың 29,6 процентын тәшкил итһә лә, милеккә һалым һәм һыра акцизы буйынса керем ҡәнәғәтләнерлек түгел. "Башкирэнерго", "Новойл", "Фармстандарт-ӨфөВИТА", "Салауатбыяла", "Белорет металлургия комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе кеүек ҙур компаниялар республика бюджетына табышҡа һалым буйынса түләүҙәрен шаҡтай кәметкән. "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы тарафынан керемдең 60 процентҡа аҙайыуы айырыуса һағайта.
— Иҡтисадты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу һәм, әлбиттә, һалым базаһын арттырыу йүнәлешендә ҙур тырышлыҡ һалырға тейешбеҙ, сөнки бюджетты тулыландырыу — стратегик маҡсат, — тине Азамат Илембәтов.
Ҡаҙнаға керемде арттырыу маҡсатында Хөкүмәт Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ төбәк министрҙары һәм ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы махсус эш төркөмө булдырырға ҡарар ителде. Уның ағзалары ай һайын йыйылып торасаҡ. Июндә үтәсәк беренсе ултырышҡа тиклем министрлыҡ һәм ведомстволар үҙҙәренең ҡарамағындағы ойошма һәм предприятиеларҙы тикшереп, ҡаҙнаға керемде кәметкәндәрен иҫәпкә ҡуйырға, бының сәбәбен асыҡларға тейеш. Етешһеҙлектәрҙе судҡа тиклем барып етмәҫ борон уҡ бөтөрөүҙең төрлө ысулдары өйрәнеләсәк.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад