Беҙ барғанда Дәүләкән юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы предприятиеһы мастеры Шамил Мәсәлимов етәкселегендәге бригада Фабричный баҙары майҙанына асфальт һала ине. Көн эҫе, етмәһә, ҡайнар ҡатнашманан тағы ла көслөрәк ялҡын бәрә...
Йәй – юл хеҙмәткәрҙәре өсөн айырыуса ҡыҙыу осор, сөнки төп эштәрҙе – юл һалыуҙы нәҡ ошо мәлдә атҡарып өлгөрөргә кәрәк. Дәүләкән юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы һуңғы йылдарҙа эшһеҙ интекмәй. Республика Башлығы һәм Хөкүмәтенең төбәктә юлдар төҙөүгә айырыуса иғтибар итеүенең һөҙөмтәһе ул. Был ярҙамдан дәүләкәндәр ғәмәлдә даими файҙалана. Мәҫәлән, быйыл ҡалала Пионерҙар, Ҡояшлы, Сәғит Агиш, Мичурин, Икенсе Гагарин, Ҡайынлы, Муса Йәлил, Кириченко урамдарына һәм Болонло, Чапай, Йәшлек, Мәктәп тыҡрыҡтарына асфальт юл һалғандар. Быйыл әлеге мәлгә 5,2 километр юл түшәлгән. Был күләм сик түгел, тағы ла эштәр дауам итәсәк, тип белдерҙеләр ҡала хакимиәтендә.