Дәүләт илдә ҡунаҡханалар проблемаһына етди ҡарарға булды. Бығаса был теманы ситләтеберәк үтергә тырышһаҡ та, Рәсәйҙә үткән Футбол буйынса донъя чемпионаты ысынбарлыҡҡа күҙ асып ҡарарға мәжбүр итте. Баҡтиһәң, был йүнәлештә шаҡтай артта ҡалғанбыҙ икән.
Ун йыл әүәл туризмды үҫтереү мәсьәләһе күтәрелгәс, сәйәсмәндәр ҡул һелтәп ҡуйғайны. Ҙур илгә бөтәһе 4,8 мең ҡунаҡхана иҫәпләнде. Рәсәй буйынса бер ҡалаға — уртаса икешәр, ә һәр 30 мең кешегә бер ҡунаҡхана тура килде. Миллионлаған туристы магнит кеүек тартып торорҙай төбәктәрҙә ситтән килгәндәргә палатканан башҡа төнәр урын булмаған ерҙәр ҙә бар. Әйтәйек, ҙур майҙанды биләгән Приморье крайында ни бары — 150, Ҡалмыҡстанда — 15, ә барлыҡ Чукоткала тиҫтәнән дә кәмерәк ҡунаҡхана эшләгән.
Әлбиттә, хәл әкренләп көйләнә бара. Ваҡыт үтеү менән төбәктәр, туристар ағымынан ниндәй файҙа килеүен аңлап, был эшкә етди ҡарай башлай. Хатта ҡайһы берҙәре бер-бер артлы сәмләнеп эшкә тотона. Ә туристар ағымы туҡтамай. Был осраҡта ҡунаҡханаһыҙ алға китеш юҡ. Һөҙөмтәлә илдә рәсми ҡағыҙҙарҙа “отель” тип аталған биналар һаны даими артты. 2014 йылда “Росстат” 7,9 мең ҡунаҡхана булыуын теркәгән, йәғни был баҙар 400 мең урындан 700 меңгә етеп, алты йыл эсендә икеләтә тиерлек артҡан. Ул саҡтағы күҙаллауҙар буйынса, 2025 йылға хәтлем Рәсәйҙә ҡунаҡханалар һаны 15 меңгә етергә тейеш. Был уларҙағы хаҡтарҙы көйләп, мөмкинлеге үтә маҡтанырлыҡ булмаған кешеләрҙе лә йәлеп итер ине.
Әммә көтөлмәгән хәл булды. 2016 йылда уҡ илдә ҡунаҡханалар иҫәбе 14,95 меңгә етте. Сағыштырыу өсөн: Төркиәлә 13,3 мең отель иҫәпләнә. Рәсәй ҡунаҡханаларындағы урын 700 меңдән 1,035 миллионға етте, йәғни ул 1,8 тапҡырға үҫте. Әлегә былтырғы йылға мәғлүмәттәр юҡ. Шулай ҙа урындарҙың 1718 меңгә етеүе ихтимал. Был хатта уртаса донъя кимәленән юғары. Әйтәйек, Ҡытайҙа 147 мең ҡунаҡхана бар, әммә халҡы беҙҙән ун тапҡырға күберәк. Бынан тыш, ҡунаҡхана баҙарында ике нәмә хайран ҡалдыра. Беренсенән, урындарҙың кинәт артыуы хаҡҡа тәьҫир итмәне. Киреһенсә, чемпионат яҡынлашҡан һайын ҡайһы берҙәрендә хаҡтар әкиәттәге һымаҡ үҫте. Икенсенән, эске туризм өсөн яуап биргән етәкселәрҙең эшмәкәрлеге ғәжәпкә ҡалдыра. Илдә был юҫыҡта яҡшы үҫеш булһа ла, ни өсөн ысынбарлыҡ хаҡында халыҡҡа еткерелмәгән? Тап шуға ла киләсәктә дәүләт был юҫыҡта етди шөғөлләнеү, күп кенә күренештәргә асыҡлыҡ индереү зарурлығын билдәләне.