Ҡыйбат тип тормайбыҙ24.07.2018
Башҡортостан халҡы йышыраҡ ипотека ала һәм аҡсаһын өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөнә индерә башлаған. Быйыл тәүге биш айҙа 63 мең 115 өлөшләтә һәм 29 мең 277 ипотека килешеүе төҙөлгән. Республиканың “Росреестр” буйынса идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, күрһәткестең үҫеше 40 һәм 50 процент тәшкил иткән.
— Ипотека һәм өлөшләтә төҙөлөшкә ихтыяж 2015 йылдан тотороҡло үҫә. Былтыр, мәҫәлән, 2016 йыл менән сағыштырғанда, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡандар һаны — 15 процентҡа, ә ипотека килешеүе төҙөгәндәр 11 процентҡа артҡан, — ти “Росреестр”ҙың ойоштороу һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы Марина Мартынова.
Шул уҡ ваҡытта граждандар заман технологияларын әүҙем ҡуллана. Милкен дәүләт теркәүенә электрон алым менән мөрәжәғәт иткәндәр һаны ике тапҡырға артҡан.