Рәсәйҙең Үҙәк банкы мәғлүмәттәре буйынса, июнь уртаһына илдең алтын валюта резервы 462,4 миллиард долларға етте. Был яҡынса 2014 йылдың сентябрендәге күләмгә тап килә — ул ваҡытта 465,2 миллиард доллар тәшкил иткән. Был датанан һуң Көнбайыштың санкциялары алтын валюта резервының ҡапыл төшөүенә сәбәпсе булды. Ул йыл тирәһе дауам итеп, 356 миллиард долларға хәтлем кәмене.
Быйыл алты айҙа Рәсәйҙә алтын валюта резервы тәү тапҡыр 30 миллиардҡа артҡан. Артабан да ошолай үҫһә, йыл аҙағына уның санкцияға тиклемге кимәлгә — яҡынса 500 миллиард долларға етеүе мөмкин. 2014 йыл башына — Ҡырым операцияһына тиклем — Рәсәйҙең һандығында ул тап ошо сумма күләмендә һаҡланған.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең алтын тәңкә запасы дүрт йыл элек ни бары 40 миллиард доллар була. Бөгөн ул ике тапҡырға артып, 80,5 миллиард доллар тәшкил итә. Ә алтын валюта резервы, киреһенсә, кәмене. 2014 йыл башында ул 469,6 миллиард доллар тирәһендә теркәлһә, бөгөн — 376,1 миллиард доллар. Был һуңғы йылдарҙа алтын валюта резервының башлыса алтын иҫәбенә йыйылыуы хаҡында һөйләй.