“Россельхознадзор” хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Ҡытайға экспортҡа иген оҙатыуы тәүге тапҡыр бер миллион тоннанан артҡан. Былтырғы йылдың 1 июленән быйыл 15 майға тиклем күрше илгә 1,23 миллион тонна иген һатылған. Унан алдағы ошо осорҙа был һан ике тапҡырға кәмерәк булған.
Башлыса Ҡытай соя борсағы, рапс орлоғо, бойҙай һәм кукуруз һатып ала. Бынан тыш, күптән түгел ҡарабойҙай, етен, көнбағыш һәм һоло орлоғо ла оҙатыла башланы. Бөгөн Ҡытай Рәсәй игенен импортҡа алыу баҫҡысында өсөнсө урынды биләй.
2014—2015 йылдар менән сағыштырғанда, Ҡытайға йүнәлтелгән иген күләме 18 тапҡырға артҡан. Дөрөҫ, әлегә был илгә ашлыҡ һатыу Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә лә рөхсәт ителмәгән. Тап шуға ла бөгөн “Россельхознадзор” исемлекте арттырыу йәһәтенән һөйләшеүҙәр алып бара.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы бер нисә йыл элек ауыл хужалығы продукцияһы һатыу өсөн Ҡытай иң өҫтөнлөклө илдәрҙең береһе булыуын билдәләгәйне.