Өфө лә — исемлектә24.07.2018
Өфө лә — исемлектәӨфө дәүләт нефть техник университеты иң популяр уҡыу йорттары исемлегендә 56-сы урын биләй.

Был исемлекте “Forbes” журналы билдәләгән. Рейтингты төҙөгәндә улар төбәктәге иң бай кешеләрҙе һәм сәйәси шәхестәрҙе барлаған. Нигеҙ өсөн белгестәр Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән 600 юғары уҡыу йорто исемлеген алған. Белем сифатынан тыш, аналитиктар диплом алғандарҙың эшкә урынлашыуы, уларға ихтыяж, вуздың элекке уҡыусылары араһында эшҡыуар­ҙарҙың иҫәбе хаҡында мәғлүмәт тә туплаған. Иң ахырҙа “Forbes” Рәсәй­ҙең 1,5 меңдән ашыу уңышлы эшҡы­уарының биографияһын өйрәнгән.
100 вуз исемлегендә Рәсәй иҡ­тисад мәктәбе иң юғары күрһәткесте биләй. Икенсе урында йәнә Мәскәүҙең бер уҡыу йорто — Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, өсөнсө баҫҡыста — Мәскәү физика-техник институты.
Баш ҡаланан ситтә урынлашҡан юға­ры уҡыу йорттары араһында иң яҡ­шыларҙан тип Томск дәүләт универ­ситеты табылған — ул 30-сы урында.
Оҙон исемлектә Башҡортостандан бары бер уҡыу йорто — Өфө дәүләт нефть техник университеты. Ул был рейтингта мөмкин булған 50,7-нән 37,3 балл йыйып, 56-сы урынды би­ләй. Уның ҡарауы, төбәктә нефть уни­верситеты кисәге студенттарҙың ал­ған эш хаҡы буйынса алдынғы урында килә. Мәғариф министр­лығының һуңғы күрһәткестәренән, ӨДНТУ-ны тамамлаған һәм Баш­ҡор­тостанда ҡалған йәштәрҙең эш хаҡы 35,4 мең тәшкил итә. Ә ситкә киткән­дәрҙең уртаса эш хаҡы — 62 мең һум. Шул уҡ ваҡытта Өфө дәүләт авиация тех­ник университетында белем ал­ғандар, мәҫәлән, Башҡорт­останда 27,4 мең һум хеҙмәт хаҡы алһа, республиканан ситтә эшләгәндәрҙең табышы — 36 мең һум тирәһе.


Вернуться назад