“Бесәйгә билет бирегеҙ!”24.07.2018
Июль уртаһынан йорт хайуандарын хужаһыҙ ҙа поездарҙа тейешле урынға ебәрергә мөмкин. Әлегә был хеҙмәт Федераль пассажир компанияһы хеҙмәтләндергән 13 йүнәлештә күрһәтелә.

Үҙаллы сәйәхәткә этте, бесәйҙе, ҡоштарҙы, хатта сысҡандарҙы, диңгеҙ сусҡаһын, кроликты ла оҙатырға мөмкин. Уларҙы поезға ултыртыу өсөн багаж кассаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Унда хайуандарҙы оҙатыусыны һәм ҡаршы аласаҡ кешене күрһәтеп, ғариза тултыртасаҡтар. Билет хаҡы юлдың оҙонлоғона бәйле. Иң арзаны 730 һум булыр тип көтөлә. Шулай уҡ хайуанға ситлек йәки контейнер кәрәк буласаҡ. Дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа махсус йыһазландырылған вагонда юлланасаҡ.


Вернуться назад