Заман үҙенә ярашлы яңылыҡтарҙы талап итә
Республикабыҙҙың фәнни йәмәғәтселеге яңылыҡтар осорон кисерә: Өфө ғилми үҙәгенең административ структураһы үҙгәртеп ҡоролоу менән бер рәттән, күптән түгел уға етәкселек итеү ҙә яңы белгес иңенә йөкмәтелде. Таныш булығыҙ – Рөстәм Ринат улы Ахунов, танылған ғалим-иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Төбәк иҡтисады үҙенсәлектәрен стратегик яҫылыҡта тикшергән, байтаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында эшләп, уның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтына нигеҙ һалған Рөстәм Ахунов – заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы шәхестәрҙән, идара итеү серҙәренә төшөнмәй тороп, уңышҡа өлгәшеп булмай тип инанғандарҙан. Идара итеү фәне заман теорияларына ғына нигеҙләнеп ҡалмай, ә кешенең хисле зиһененә, социаль капиталына, әлбиттә, белем кимәленә лә бәйле, ти ул. Шулай уҡ генетиканың мөһимлеген дә билдәләй – кеше һәләттәренең 60-70 проценты тәбиғәттән бирелгән.
Рөстәм Ринат улы — ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә: киң белемле, ифрат мәғлүмәтле булыуы, фекерен һәр яҡтан нигеҙләп, аныҡ еткерә белеүе менән арбаны. Гәзит уҡыусыларыбыҙға тәҡдим иткән әңгәмә – Башҡортостандың Рәсәй һәм донъя фәне үҫешенә тос өлөш индергән академик институттарының эшмәкәрлеген заман ҡалыптарына яраҡлаштырыу, ғилми-тикшеренеү программаларының һөҙөмтәлелеген арттырыу, фәнни тармаҡҡа йәштәрҙе ылыҡтырыу һәм башҡа мөһим ғәмәлдәр хаҡында. Үҙгәрештәр – тәбиғи күренеш
– Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәген үҙгәртеп ҡороу тамамланды. Хәҙер ул Рәсәй Фәнни ойошмалар федераль агентлығына ҡараған 13 ойошманы һәм поликлиниканы берләштереп, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге тип атала. Ошо хәлде Үҙәктең киләсәген билдәләгән ғәмәл тип баһаларға буламы, әллә был ни бары ҡәҙимге административ сара ғынамы?
– Төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, бындай реформалар ойошмала күптән тормошҡа ашырыла башланы. Уларҙың заман талабы икәнлеге күптән билдәле. Эш шунда: әлеге ваҡытта дәүләт фән тармағын әүәлгесә күләмдә финанс ресурстары менән тәьмин итә алмай, шул уҡ ваҡытта алға китеш булһын өсөн фәнгә һалынған сығымдар артырға тейешлеген дә аңлайбыҙ. Бының ниндәй һөҙөмтәгә килтергәнен йылдам үҫешкән илдәр миҫалында аныҡ күрәбеҙ. Ҡытайҙы ғына алайыҡ, мәҫәлән. Ул ҙур тиҙлектә алға бара, илдең иҡтисади-социаль хәле күҙгә күренеп сәскә ата. Шул уҡ ваҡытта был дәүләттең хәл-торошо фәнгә түгелгән сығымдар ғына ошондай һөҙөмтәгә килтерәсәген яҡшы иҫбатлай. Ғөмүмән, фәнде үҫтереү һәр илдең өҫтөнлөклө йүнәлеше булырға тейеш. Бигерәк тә бөгөн, төрлө дәүләттәрҙең иҡтисади көнәркәшлеге күҙ алдында арта барғанда. Был үҙенсәлек бигерәк тә технология-инновациялы үҫеш юлын һайлаған илдәрҙең миҫалында асыҡ күренә. Ә һәр ноу-хау, инновация мотлаҡ ғилми тикшеренеүҙәр һәм асыштар нигеҙендә генә барлыҡҡа килә.
Беҙ иһә тап ошо йүнәлештә эшләгән фәнни тармаҡтарҙа бер ни тиклем тотороҡлолоҡ кисерҙек, технологик йәһәттән алға киткән, шул иҫәптән Ҡытайҙан да, Азияның башҡа алдынғы илдәренән дә артта ҡалдыҡ. Ошондай проблемалар менән күҙмә-күҙ осрашҡанға күрә (бер яҡтан – финанслауҙың түбән булыуы, икенсе яҡтан – фәндең билдәле бер кимәлдә артта ҡалыуы), урынлы һорау тыуҙы – ни эшләргә? Минең фекеремсә, реформалар, тәүге сиратта, фәнгә финанс һалыуҙарын, улар бик үк ҙур күләмдә булмаған хәлдә лә, һөҙөмтәлерәк итергә тейеш. Унан тыш, ҡулайлаштырыу кадрҙар ҡытлығы йә ҡартайыуы, йәштәрҙе ылыҡтырыу кеүек проблемаларҙың сиселешенә лә ыңғай тәьҫир итер, тип өмөтләнәм.
Ошонан сығып, Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенә быға тиклем үҙаллы эшләгән тиҫтәнән ашыу академик институтты берләштерергә, республиканың академик йәмәғәтселеге менән үҙәкләштерелгән рәүештә идара итергә тигән ҡарар сығарылды.
– Донъяла шундай күренеш өҫтөнлөк ала бара: күпселек асыштар төрлө фәндәр киҫелешендә, уларҙың үҙ-ара тәьҫире нигеҙендә яһала. Был йәһәттән академик институттарҙың берләшеүенән тағы бер ыңғай һығымта яһарға була түгелме?
– Тап шулай. Ысынлап та, күпселек асыштарҙың нигеҙенә төрлө йүнәлештә эшләгән ғалимдарҙың төплө хеҙмәте һалынған. Физика һәм химия, иҡтисад һәм төбәктәрҙе өйрәнеү, математика һәм лингвистика – тәү ҡарамаҡҡа ҡапма-ҡаршылыҡлы йүнәлештәге тикшеренеүҙәр ҙә фәнгә яңы һулыш биргән асыштарҙың уртаҡ этәргесе булыуы ихтимал.
Шуға күрә төрлө академик институттарҙы бер юридик ойошма ҡанаты аҫтына берләштереү ошондай дисциплина-ара хеҙмәттәшлекте һөҙөмтәлерәк итә, тип уйлайым. Унан тыш, Үҙәктең тикшеренеү-ҙәр программаһы тап дисциплина-ара мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән башланырға тейеш. Илдәге һәм төбәктәге аҡыллы иҡтисадтың йөҙөн билдәләгән стратегик һәм технологик йәһәттән өҫтөнлөклө маҡсаттарын иҫәпкә алғанда, Үҙәктең фәнни эшмәкәрлеге биотехнологиялар, һаулыҡ һаҡлау, аҙыҡ-түлек етештереү, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхит, яңы энергетика сығанаҡтары, транспорт системалары йүнәлештәре буйынса әүҙем үҫешергә тейеш. Әлбиттә, уларҙың иң алдынғылары өҫтөнлөклө үҙәктәрҙе формалаштырыуға дәғүә итәсәк, был үҙ сиратында ил кимәлендәге мөһим мәсьәләләрҙе Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлгә сығарыуҙы күҙаллай. Ҡыҫҡаһы, киләсәктә үҙәктә мультидисциплинар һәм дисциплина-ара тикшеренеүҙәр һөҙөмтәлелеген күтәреү йәһәтенән бихисап эш башҡарырға ниәтләйбеҙ – төбәк һәм ил иҡтисады өсөн бының файҙаһы ҙур буласаҡ.
Заман заңы әйҙәй
– Һеҙ – яңы быуын кешеһе, шуға өҫтәп, үҙ тармағында стратегик тикшеренеүҙәр үткәргән иҡтисадсы ла. Ошонан сығып, классик ғилми үҙәктә һеҙҙең етәкселектә ниндәй үҙгәрештәргә өмөтләнергә була?
– Бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге – илдә иң ҙурҙарҙың береһе, шуға күрә беҙ дәүләт үҫешендә тотоп торған урыныбыҙҙы, һис шикһеҙ, аңлайбыҙ һәм тейешенсә баһалайбыҙ.
Эшебеҙҙең йүнәлештәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сираттағы “май указдары” менән бәйле. Илдең ҡеүәтле фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫеше унда төп маҡсат булараҡ билдәләнгән. Ошоға бәйле, быйыл 1 октябргә тиклем 12 йүнәлеш буйынса милли үҫеш программаларын төҙөү фарыз, уларҙың дүртәүһе туранан-тура беҙҙең үҙәккә ҡағыла, йәғни былар – фән, хеҙмәт етештереүсәнлеге, экология һәм һанлы иҡтисад. Тап ошо йүнәлештәр буйынса илдең һәм Башҡортостандың үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, йәғни эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәлелеген арттырырға тейешбеҙ. Был ифрат ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Ошонан сығып, байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә тура киләсәк: лабораторияларҙың матди-техник базаһын яңы талаптарға ярашлы йыһазландырыу, хеҙмәтте ойоштороу һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эшен дәртләндереү, учреждениены финанслау һәм башҡалар.
– Был, әлбиттә, ойошманың стратегик йүнәлеше һәм яңы юҫыҡтағы фәнни асыштары дәүләт үҫеше менән айырылғыһыҙ бәйле икәнлеген тағы берҙе иҫбатлай. Шул уҡ ваҡытта, заман технологиялары ҡайһы бер фәнни юғалтыуҙарға ла килтереүе ихтимал, тигән шик-шөбһә бар. Мәҫәлән, йәмғиәттә гуманитар йүнәлештәге фәндәрҙең әһәмиәте түбәнәйҙе, хатта кәрәге бөттө, тигән фекер ҙә яңғырай...
– Эшмәкәрлегебеҙҙә илдең фәнни-технология үҫеш стратегияһына йүнәлеш тотоп, беҙ өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе билдәләргә тырышабыҙ. Ошоға ярашлы, фәнни конференциялар, тикшеренеүҙәр, башҡа саралар уҙғарыла. Һис шикһеҙ, технологик үҫеш — мөһим күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта, үҫешкән илдәрҙең үҙенсәлектәрен барлағанда, уларҙа гуманитар фәндәрҙең дә сәскә атыуын инҡар итә алмайбыҙ. Тәү сиратта, был Кешенең йәмғиәттәге урынына, уның үҫештәге әһәмиәтенә бәйле, сөнки тап уның социаль-мәҙәни үҫеш кимәле, эшмәкәрлек һөҙөмтәләре дәүләттең үҫеш нигеҙен билдәләй. Иҡтисадсы булараҡ, шуны билдәләгем килә. Үҫештең төрлө иҡтисади теориялары бар, әммә уларҙың барыһына ла уртаҡ күренеш хас. Ул да булһа, илдең йәки айырым бер төбәктең, ҡаланың мәҙәни кимәле төп үҫеш факторы булараҡ сығыш яһай. Йәғни дәүләт, төбәк йәки ҡала мәҙәни йәһәттән ни тиклем үҫешкән булһа, уға шул тиклем күберәк алдынғы фекерләгән креатив, ҡыҙыҡлы, белемле кешеләр ағыла. Улар динамикалы үҫештең нигеҙен билдәләй, шуға ла мин гуманитар фәндәр өлкәһендә перспективалар бихисап икәнлегенә инанам.
– Тиҙлек заманы фундаменталь һәм ғәмәли фәндәр араһында ла көнәркәшлек мөхите булдырырға мәжбүр...
– Эйе, ябай итеп әйткәндә, фундаменталь фәндәр билдәле йүнәлеште тәрән һәм төплө итеп, һәр яҡлап өйрәнеүҙе талап итә, мәсьәләнең нигеҙлелеген билдәләй. Был фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһен етештереү-сәнәғәт өлкәһендә ҡулланыу күҙалланмай. Ә ғәмәли тикшеренеүҙәр фундаменталь тикшереү һөҙөмтәләрен аныҡ маҡсаттар өсөн ҡулланыуға яраҡлаштыра, яңы технологиялар булдырырға йәки булғандарын камиллаштырырға ярҙам итә.
Әммә тап ошонда ҡапма-ҡаршылыҡ килеп тыуа: фундаменталь фәндәр тиҙ генә һөҙөмтә бирмәй, ғәмәли фәндәр иһә күпкә популяр. Йәшерен-батырын түгел – эре корпорациялар, ҙур предприятиелар иһә тиҙерәк һөҙөмтә һәм килем булған өлкәгә генә инвестиция һала. Был проблема айырыуса гуманитар фәндәргә ҡағыла... Тимәк, был йүнәлештәр дәүләттең ҡанаты аҫтында булырға тейеш, сөнки дәүләт, үҙенең тарихи-мәҙәни йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөн, ошо тармаҡты айырым иғтибарға алып, хәлде яҡшырта ала.
Бөгөнгө Үҙәкте булдырып, беҙ фундаменталь һәм ғәмәли фәндәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙе күҙаллайбыҙ, шул иҫәптән гуманитар йүнәлештәгеләрен дә (был – Тел, тарих һәм әҙәбиәт, Этнологик тикшеренеүҙәр институттары). Әйткәндәй, һуңғыһы ҡарамағында уникаль музей эшләп килә. Карл Маркс урамындағы этнография музейында донъя кимәлендә билдәле экспонаттар бар – һүҙ сармат алтындары тураһында. Беҙ, һис шикһеҙ, төбәгебеҙгә ҡағылышлы ошондай үҙенсәлекле күренештәрҙе йәмәғәтселек араһында билдәлерәк итергә һәм һаҡлап ҡалырға тейеш.
Шулай итеп, сикләнгән ресурстар шарттарында эшләүгә ҡарамаҫтан (бигерәк тә был финансҡа ҡағыла), өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләргә һәм ағымдағы альтернативалар араһынан иң мөһимен һайлай белергә тейешбеҙ. Унан тыш, үҙәккә һәм унда үткәрелгән тикшеренеүҙәргә төбәктәге эре компанияларҙы йәлеп итеү һәм улар мәнфәғәтендә яңы асыштар яһау зарур, ошо осраҡта беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Был яңылыҡ түгел, бындай тәжрибә бар.
Бынан тыш, йәштәр менән эшләү, улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим. Был — Үҙәктең тотороҡлолоғон һаҡлауҙың төп шарттарының береһе.
– Ҙур компанияларҙы йәлеп итеү тигәндән, сеймал иҡтисадына бәйле ойошмалар – мәҫәлән, Органик химия йәки Нефть химияһы һәм катализ институттары бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаҫ, шулай бит?! Һәр хәлдә, нефть һәм газ сығарылған Башҡортостанда. Уларҙың фәнни асыштары ошо йүнәлешле компаниялар өсөн һәр саҡ кәрәк.
– Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге бөгөн 13 академик институтты һәм поликлиниканы берләштерә. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр тураһында һүҙ алып барғанда, нефть һәм газ химияһы, нефть эшкәртеү үҫешкән төбәк булараҡ, беҙҙә был йәһәттән ғилми ҡеүәт бик көслө. Телгә алған ике институт – ошоға асыҡ миҫал. Уларҙың эшмәкәрлеге тотош Рәсәйҙә киң билдәле, был институттар бихисап арҙаҡлы ғалимдарҙы, фән әһелдәрен үҫтергән. Әммә ошо йүнәлештәге уңышлы үҫеш башҡа юҫыҡтарға иғтибар кәмей тигәнде аңлатмай. Ул ғына түгел, заман талап иткән яңы проблемаларҙы хәл итергә саҡыра.
Мәҫәлән, күптән түгел Үҙәктә данлыҡлы Башҡортостан шихандарының үҙенсәлектәрен тикшерҙек: баһаланыҡ, эштәрҙе Президиумда ҡараныҡ, ғилми йәһәттән уларҙың әһәмиәтен һәм ҡиммәтен билдәләнек. Һөҙөмтә түбәндәгесә: кәмендә өс аспект буйынса – тарихи, биологик, геологик йәһәттән – шихандар юғары баһаға эйә. Һәр аспекттың фәнни нигеҙе бар. Икенсе яҡтан, был күренеш, беҙҙең Үҙәктең төрлө көстәрҙе һәм төрлө йүнәлештәге фән әһелдәрен берләштереп, уртаҡ мәсьәләне хәл итә алыуын иҫбатлай. Шулай уҡ төрлө институттарҙан йәлеп ителгән көстәр бер үк теманы төрлө яҡтан асырға ярҙам итә. Ҡыҫҡаһы, дисциплина-ара хеҙмәттәшлектең әһәмиәте бөгөн бик юғары баһалана. Миҫал өсөн, биология һәм химия, генетика һәм медицина, медицина һәм химия кеүек йүнәлештәр күптән тығыҙ бәйләнештә үҫешә, был “тренд” тип әйтһәк тә була.
Шулай уҡ генетика фәне алғы планға сыҡҡан осорҙа йәшәйбеҙ. Был — шул тиклем ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы һәм перспективалы йүнәлеш. Ул киләсәктә донъялағы ҡәҙимге төшөнсәләргә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итәсәк. Әммә айырманы ла тойорға кәрәк. Үрҙә телгә алынған нефть химияһы институттары туранан-тура иҡтисад проблемаларын хәл итеү өлкәһендә эшләһә, геном тикшеренеүҙәр, генетика медицинаһы, биохимия һәм генетика — кешелек киләсәгенә ҙур тәьҫир яһай торған сағыштырмаса яңы, әммә бик мөһим йүнәлештәр. Заман һәр ваҡыт үҙенә ярашлы яңылыҡтарҙы талап итә. Беҙгә ошоно ваҡытында тойорға, йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк.
Яңы үҙәккә яңы һулыш мөһим
– Йәштәр тигәндән, бөгөнгө быуын әллә ни көс түкмәй генә, еңел юл менән, тиҙ арала күп итеп аҡса эшләргә хыяллана. Унан тыш, ошо эшмәкәрлек күберәк виртуаль донъяға – интернетҡа, социаль селтәрҙәргә ҡайтып ҡала. Һеҙҙең уйығыҙса, тотош быуынға ҡағылышлы күренештең фәндә нисек сағылыуы ихтимал?
– Тап ошо темаға ғилми тикшеренеүҙәр ҙә үткәргәнем бар. Мәҫәлән, эш һайлағанда йәштәрҙең үҙ-үҙен тотоу моделе нисек формалаша, улар ниндәй принциптарға таяна? Беренсенән, бөгөнгө йәштәр эш биреүсегә өмөт бағламай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең эш биреүсегә генә түгел, дәүләткә лә ышаныс кимәле бөгөн түбән. Өлкәнерәктәр “дипломлы белгес ҡайҙа ла эш таба, урамда ҡалмаясаҡ” тигәнерәк юҫыҡта фекерләһә, йәштәр был йәһәттән бер ниндәй ҙә гарантия булмағанын яҡшы аңлай.
Икенсенән, эшкә ҡарата талаптар ҙа башҡа. Мәҫәлән, йәштәр өсөн эштең ҡәнәғәтлек тойғоһон һәм күңел тыныслығын тәьмин итеүе мөһим. Шул уҡ ваҡытта эш сәғәттәренең ваҡыт менән сикләнмәүе, ирекле график та хуплана. Бына ошо принциптарҙы беҙ бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ, бигерәк тә ошондай ғәмәлдәргә өҫтөнлөк биргән быуын үксәгә баҫып килгәндә, ғилми йәмәғәтселек был мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашыра алыр тип уйлайым, сөнки, ғөмүмән, ижади кешеләр сикләүҙе яратмай, ҡабул да итмәй.
Мөһим мәсьәләләрҙең береһе – академик институттарҙың республикалағы юғары уҡыу йорттары менән интеграцияланыуын, йәғни хеҙмәттәшлеген көсәйтеү. Бөгөн Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге хеҙмәткәрҙәренең дүрттән бер өлөшө бер үк ваҡытта вуздарҙа ла эшләй. Әммә был ғына аҙ, интеграцияның тағы ла юғарыраҡ кимәленә ынтылыу мөһим һәм Үҙәктә булған матди-техник базанан, йыһаз-ҡорамалдарҙан юғары уҡыу йорттары профессорҙары ғына түгел, студенттар ҙа файҙаланырға, фәнгә ылығырға тейеш. Академик институттарға юғары уҡыу йорттарынан тап шул ғәмәл талап ителә – йәштәрҙә фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ошо өлкәгә йәлеп итеү.
Студенттар менән туранан-тура эшләгән белгес булараҡ, шуны әйтә алам: быны студент вузға килгәс тә, белем алыуҙың башланғыс стадияһында уҡ башлау мөһим, сөнки аҙаҡ һуң була. Ул ғына түгел, диплом алған бәғзе йәштәр академик институттар барлығын да белмәй. Ҡыҫҡаһы, академик институт хеҙмәткәрҙәре студенттарға барып лекция уҡыған кеүек, улар ҙа беҙгә килеп стажировка үтергә, ғәмәли күнекмәләрҙә шөғөлләнергә, фәнни тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашырға, ғилми тормошҡа инеп китергә тейеш. Һәм был ни тиклем иртәрәк эшләнһә, һөҙөмтә лә һиҙелерлек була.
– Ошо фекер менән килешһәк тә, фәндең бик һирәктәр өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡалғанын да инҡар итеп булмай. Тармаҡҡа йәштәрҙе ылыҡтырыу, уларҙың фәнни-ижади мөмкинлектәрен асыу һәм заманса фекерләүен, дәрт-дарманын файҙаланыу өсөн, һеҙҙеңсә, нимә эшләргә кәрәк?
– Сере юҡ: иң тәүҙә финанс мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Рәсәй Президентының “май указдары”на ярашлы, быйылдан ғилми хеҙмәткәрҙәр төбәктә билдәләнгән уртаса эш хаҡын 200 процент күләмендә алырға тейеш. Был механизм беҙҙең үҙәктә яйға һалынған һәм аныҡ эшләй. Мәсьәлә ҡатмарлы, әммә ғәмәлгә ашырырлыҡ.
Бынан тыш, гранттар системаһы бар, уны фундаменталь һәм ғәмәли йүнәлештәге тикшеренеүҙәр өсөн юлларға була. Грант биргән сығанаҡтар ҙа төрлө: исемлектә төбәк йәки федераль кимәлдәге төрлө фондтар, ойошмалар булыуы ихтимал. Ҡыҫҡаһы, һайлаған фәнни йүнәлеш буйынса уңышлы эшләйһең икән, финанс сығанағы менән тәьмин ителдең тигән һүҙ.
Әлеге ваҡытта Өфө фәнни үҙәгенең башланғысы менән республика Башлығының махсус указы әҙерләнә. Уға ярашлы, 30 йәш ғалим һәм аспирант берәр миллион һумлыҡ грантҡа дәғүә итә аласаҡ. Сикләү юҡ – белгестәрҙең урындағы булыуы ла, башҡа төбәктәрҙәге фәнни ойошмаларҙа эшләп йөрөүе лә ихтимал. Ҡыҫҡаһы, гранттар системаһы — кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең һөҙөмтәле бер юлы ул.
Йәштәрҙе йәлеп итеүҙең тағы бер мөмкинлеге – торлаҡ төҙөү. Етди һәм ҡатмарлы мәсьәлә, әммә хәл итерлек.
Һандарға килгәндә, әлеге ваҡытта беҙҙең үҙәктә эшләгән 1300 хеҙмәткәрҙең 40 проценты самаһын йәштәр рәтенә индерергә мөмкин: уларҙың уртаса йәше 35-40-ҡа тиң.
– Гранттар системаһы тигәндән, йәштәрҙе фәнни тормошҡа ылыҡтырыу өсөн ошо ғәмәл, һис шикһеҙ, әһәмиәткә эйә. Икенсе яҡтан, был аҡса эшләү юлы булырға тейеш түгел һымаҡ... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәттә гранттар тап шулай баһалана.
– Бындай проблема бар, әммә, икенсе яҡтан, бүленгән сумманың ҡулланылыш даирәһе аныҡ билдәләнгән тип әйтер инем. Мәҫәлән, үрҙә телгә алынған республика Башлығы указы проектында билдәләнеүенсә, сумманың 80 проценты Рәсәйҙәге һәм сит илдәге алдынғы фәнни үҙәктәрҙә стажировка үтеү өсөн тотонолорға тейеш. Ҡыҫҡаса әйткәндә, фәнни хеҙмәткәр тәүге йыл теманың проблематикаһы һәм теорияһы менән таныша, тикшеренеүҙәрҙе башлай. Икенсе йыл – тәжрибә үткәреү өсөн. Был этапта грант хужаһы эшен абруйлы ғалимдарға күрһәтергә, уларҙың баһаһын алырға тейеш. Сумманың 80 проценты ошоға тотонола.
– Фән өсөн, тәүге сиратта, һәләтле, ижади фекерләгән, башлы кешеләр кәрәк, ә уларҙы ойоштороу – икенсел мәсьәлә, тигән фекер менән килешәһегеҙме? Бына үҙегеҙ, мәҫәлән, уңышлы ғалим булараҡ, ойошманың хужалыҡ һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә күпме көс сарыф итергә әҙерһегеҙ?
– Һис шикһеҙ, эшенә мөкиббән бирелгән, фиҙакәр фәнни хеҙмәт менән шөғөлләнгән ғалим көндәлек ығы-зығынан йыраҡ булырға тейеш.
Ниндәй генә ҙур ойошманы алма, ул һөҙөмтәле эшләһен өсөн профессиональ команда туплау фарыз. Әйтәйек, минең тик фәнни йүнәлеш менән шөғөлләнгән урынбаҫарҙарым бар. Ә финанс-хужалыҡ мәсьәләләре башҡа профессионалдар иңенә йөкмәтелгән. Кадрҙар менән дә белгестәр шөғөлләнә. Ә фән эшмәкәрҙәренең ҡеүәтен түгеп-сәсергә ярамай – тура тәғәйенләнештә файҙаланырға кәрәк. Икенселәрҙең бурысы – улар өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу.
Үҙгәртеп ҡорғандан һуң кадрҙар составында ҡыҫҡартыуҙар ҙа булыр – был ҡотолғоһоҙ сара (әлеге ваҡытта Үҙәктә 1300 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 700-ө фәҡәт фән менән мәшғүл). Ҡулайлаштырыуҙан һуң артып ҡаласаҡ финанс хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын арттырыуға, матди-техник базаны яңыртыуға тотоноласаҡ. Миҫал өсөн, бөгөндән хәл итә торған хужалыҡ проблемалары араһында – Химия институты фасадын яңыртыу, Карл Маркс урамындағы архитектура ҡомартҡыһының – унда Геология институты урынлашҡан – ҡыйығын ябыу һәм башҡалар. Фәнни үҙәк – ҙур, ҡеүәтле организм, көндәлек мәсьәләләр тыуып ҡына тора.
– Тимәк, ғорурланырлыҡ ғилми ҡеүәтебеҙ бар...
– Ысынлап та, Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең бай тарихы, тәжрибәһе бар, тиҫтәләрсә йыл эшләү дәүерендә ул Башҡортостан һәм Рәсәйҙең тотороҡло үҫеше өсөн йөҙҙәрсә фән әһеле әҙерләгән. Был абруйлы ойошма төбәгебеҙҙең ғилми ҡеүәте барлығы, инновациялы яңылыҡтар тәҡдим итеп, дәүләт үҫешенә лайыҡлы өлөшөн индерә алыуы хаҡында һөйләй. Башҡараһы эш бихисап: фән һәм бизнес араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, дисциплина-ара һәм мультидисциплинар диалогтарҙы көсәйтеү, институттар һәм сәнәғәтселәр араһында эшлекле күпер булдырыу һәм башҡалар.
Кадрҙар мәсьәләһенең уғата мөһим икәнлеген, тармаҡҡа лайыҡлы йәштәрҙе йәлеп итеү ихтыяжын да әйтеп үттек. Йәл, әммә бөгөн бәғзеләр фән “ҡартайған”, һөҙөмтә бирмәй һәм беҙ донъянан артта ҡалғанбыҙ тигән хаталы фекергә ышана. Фән бер ваҡытта ла үҫештән туҡтамаясаҡ. Ул ғына түгел, йәмғиәт һәм кешелек ниндәй генә йүнәлеште һайлаһа ла, ошо үҙенсәлектәрҙе системаға һалған, өйрәнгән фәнни нигеҙ буласаҡ. Әле башҡарған эштәр йылдар үткәс, шулай уҡ тикшеренеү объектына, тарихҡа әүереләсәк. Бына ошондай өҙлөкһөҙ, эҙмә-эҙлекле хәрәкәт ул – фәнни үҫеш.
Тағы ике өҫтөнлөклө, кисектергеһеҙ мәсьәлә бар. Әлеге ваҡытта илебеҙҙең ғилми йәмәғәтселеге алдына ҙур бурыс ҡуйылған: Рәсәйҙә яҡын киләсәктә тиҫтәнән ашыу донъя кимәлендәге ғилми-мәғариф үҙәктәрен булдырыу күҙаллана, ошо мәсьәләгә республиканың фән әһелдәре лә, минеңсә, әүҙем ҡушылырға тейеш.
Икенсенән, беҙҙең ойошмала геном тикшеренеүҙәр һәм халыҡ-ара математика үҙәктәрен булдырыу фарыз. Республикала был йәһәттән ныҡлы нигеҙ бар.
Беҙҙең белешмә Рөстәм Ринат улы Ахунов – иҡтисад фәндәре, эшлекле администрациялау докторы (DBA). 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын, 2008 йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының Бизнес һәм эшлекле администрациялау институтын (профессиональ дәрәжә – MBA, эшлекле администрациялау оҫтаһы), 2011 йылда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Юғары корпоратив идара мәктәбен (профессиональ дәрәжә – DBA, эшлекле администрациялау докторы), 2012 йылда Швейцариялағы European University уҡыу йортон (юғары профессиональ дәрәжә – бизнесты администрациялау докторы, DBA) тамамлаған.
Рөстәм Ринат улы етәкселегендә Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты итеп үҙгәртеп ҡоролған һәм иҡтисад, идара өлкәләрендәге алдынғы фәнни-мәғариф учреждениеһына әүерелгән.
2017 йылда Р. Ахунов университеттар, дәүләт һәм муниципаль идара өлкәһендә идара кадрҙары, урта һәм юғары бизнес етәкселәре, эшҡыуарлыҡ, социаль һәм фән өлкәһе йүнәлештәре буйынса Мәскәүҙең “Сколково” идара итеү мәктәбендә белем алған, быйыл диссертация яҡлап, фән докторы дәрәжәһенә эйә булған. Ғалимдың ғилми һәм һөнәри эшмәкәрлеге төбәк иҡтисадына бәйле. Ул — Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын төҙөүселәрҙең береһе.