Йәрмөхәмәт ауылында өс йәше лә тулмаған баланың күҙ менән ҡаш араһында юҡ булыуы тотош төбәкте аяҡҡа баҫтырҙы. Был хаҡта яҙғайныҡ инде. Ошо ҡурҡыныс хәбәр ишетелгән тәүге минуттан алып Илсиәне эҙләүгә һәм, иң мөһиме, уны табыуға ҙур өлөш индергән Ҡадир Ишҡыуатов менән осраштыҡ. – Баланың ике ҡулын ҡолаҡтары тирәһенә ҡуйып күрһәтеүенә тәүҙә аптырағайныҡ, – тип башланы һүҙен Ҡадир Айса улы. – Баҡтиһәң, шулай итеп илектәрҙе осратыуын аңлатмаҡсы икән. Ә улар беҙҙең яҡта бар. Хәҙер барыһын да күҙ алдына килтерәм дә, урман йәнлектәренең – әҙәм балаларына теләктәш, ә бала хәтеренең шәп булыуына ғәжәпләнәм. Яланға килеп сыҡҡанда, илектәр беҙгә оҙаҡ ҡарап торҙо ла урманға ҡарай йән-фарман һыпыртты, беҙ — улар артынан... һәм Илсиәгә барып юлыҡтыҡ.
Һүҙем – фермер Ҡадир Ишҡыуатов тураһында. Ул урман эше менән генә булышһа ла, тотош ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Ҡайҙа нимә алып килергә, ҡайһы урынды рәтләргә, тигәндәй. Әйтәйек, һабантуй йәки бүтән берәй байрам булһынмы, ауылды төҙөкләндереү тиһеңме, барыһы-барыһы ла уның ише егәрле ир-уҙамандарҙың иңендә.
Ғәҙәттә, тыйнаҡтар кәпәренеп бармай. Беҙгә урыҡ-һурыҡ ишетелеп ҡалыуынса, ул бөгөн тағы ла сираттағы изге маҡсат менән яна икән. Ниндәй ниәт тип уйлайһығыҙ? Ауыл уртаһында балалар майҙансығы төҙөүгә тотонмаҡсы Ҡадир Ишҡыуатов.
Майҙансыҡ ҡаланыҡынан һис кенә лә кәм булмаясаҡ. Йәш-елкенсәк яратҡан карусель һәм эйгес эшләнәсәк, кескәйҙәр өсөн бәүелсәк һәм, әлбиттә, турник ҡуйыу күҙ уңында тотола.
Ҡадир Айса улы белдереүенсә, урман эше, ағас әҙерләү мәшәҡәттәре уға бәләкәйҙән таныш. Мәҫәлән, бура бурау, таҡта ярыу, транса бысыу, утын әҙерләү ауырлыҡ менән башҡарылмай. Бер һыҙғырыуы етә, шунда уҡ уға ярҙамға Нур Рашев, Морат Ғәббәсов һәм Илдар Ишҡыуатов килеп етә. Унан инде эштәр айырыуса ырамлы бара.
Танышымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә эшенең дә уң барыуы ғаиләһенә тығыҙ бәйләнгән. Кәләше — уҡытыусы Рәхилә Рәфҡәт ҡыҙының кәңәштәрен һәр саҡ тота, ғөмүмән, бергәләшеп эш иткәндә ҡаршылыҡтарҙың һирәк осрауына инанған. Балаларының барыһы ла — мәктәп уҡыусылары. Гөлсөм, Рәғиҙә һәм Заһир атайҙары менән урманға барырға атлығып тора.
Төпсөгөнә төртөп күрһәтеп, “ҡулдан балта төштө инде”, ти ул. Атай кеше өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! Эйе, тормош үҙ ағышы менән бара, алмаш үҫеп килә, данлы Ишҡыуатовтарҙың нәҫелен дауам итеүсе бар.
Баймаҡ районы.