Баҫыуынан белеп була хужаһының кемлеген20.07.2018
Шишмә селекцияһы сорттары Рәсәйҙең 70 төбәгендә үҫтерелә

Баҫыуынан белеп була хужаһының кемлегенШишмә селекция үҙәге Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының селекция һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендәге эксперименталь базаһын тәшкил итә. Ул ауыл хужалығы культуралары сорттарын һәм гибридтарын сығарыу, уларҙы етештереү технологияларын ғәмәлгә индереү менән шөғөлләнә. 100 йыллыҡ тарихы булған үҙәктә 130-ҙан ашыу ауыл хужалығы культураһы сорты сығарылған. Былтыр Шишмә селекцияһы сорттары Рәсәйҙең 70 төбәгендә 4 миллион гектарҙан ашыу майҙанда үҫтерелгән.



Үҙәк етәксеһе Әнүәр Шакирйәнов Рөстәм Хәмитовҡа майлы һәм юғары аҡһымлы культуралар селекцияһы тураһында һөйләне. Тәжрибә делянкаларында күптән “таныш” һәм республика өсөн ғәҙәти булған борсаҡ, етен, шулай уҡ сағыштырмаса яңы соя, рапс, крамбе һәм башҡа культуралар үҫтерелә. Ғалимдар ошо үҫемлектәрҙе тикшереп, уларҙы тө­бәктәге климат, тупраҡ шарттарына яраҡлаштырыу, урындағы сирҙәргә, ҡоротҡостарға ҡаршы тороу һәләтен арттырыу мөмкинлеген өйрәнә.
Баҫыуынан белеп була хужаһының кемлегенТөбәк етәксеһен шулай уҡ арыш, бойҙай, тритикале кеүек иген культуралары селекцияһы менән таныш­тырҙылар. Ужым арышының илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә киң билдәле “Сулпан” сорты Башҡортостан се­лекцияһындағы иң ҙур ҡаҙаныш­тарҙың береһе тип иҫәпләнә. Әле ошо сорт нигеҙендә республика ғалимдары ужым арышының өр-яңы сорттарын сығарҙы. Улар Баш­ҡор­тостанда, күрше төбәктәрҙә үҫтерелә. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар инде ужым бойҙайы селекцияһы буйынса эш алып баралар.
Әнүәр Шакирйәнов әйтеүенсә, ситтән килтерелгән һәм “үҙ илендә” мул уңыш биргән күп кенә иген, ҡуҙаҡлы һәм мал аҙығы культуралары сорттары Башҡортостан селекция­һындағыларҙан байтаҡҡа ҡалыша, сөнки улар урындағы шарттарға әҙер түгел. Үҙебеҙҙең, шулай уҡ башҡа климат зоналарынан килтерелгән сорттарҙы һынау — селекция үҙәгенең төп бурыстарының береһе. Әле ғалимдар Австриянан, Чехиянан, Белоруссиянан һәм башҡа илдәрҙән килтерелгән культуралар­ҙың сорттары менән эшләй.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов үҙәктең ҡаҙаныштары, шулай уҡ артабанғы үҫешкә ҡама­саулаған ҡыйынлыҡтар менән дә ҡыҙыҡһынды. Ғилми үҙәктең матди-техник базаһын нығытыу, йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү зарурлығы фекер алышыу темаһы булды.
Бөгөн Башҡортостанда орлоҡсо­лоҡ тармағын тергеҙеүгә киҫкен ихтыяж күҙәтелә, республика аграрий­ҙары 20—40 йыл элек барлыҡҡа килгән технологияларҙы ҡуллана. Шуға күрә төбәк етәкселеге селекция үҙәге алдына ауыл етештереүселәре менән ты­ғы­ҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү, кон­ку­рент­лыҡ ҡеүәһен арттырыу бурысын ҡуя.
— Лабораторияның эшен, бөгөн ниндәй кимәлдә булыуыбыҙҙы, тармаҡ икенсе һулыш алып, ысын мәғәнәһендә үҫә башлаһын өсөн нимәләр эшләү кәрәклеген күреү һәм аңлау минең өсөн бик мөһим ине, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы төбәктә аграр производствоның селекция менән орлоҡсолоҡтан алып ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә тиклемге бөтә тармаҡтарын үҫтереү зарурлығын билдәләне. Республикала берлектәге эш, шул иҫәптән фән ҡаҙаныштарын йәлеп итеү тәж­рибәһе бар. Быйыл мартта “Баш­ҡор­тостандың элиталы орлоҡ­тары” ауыл хужалығы кооперативы ойошторолдо. Ул бойҙай, арыш һәм мал аҙығы үләндәренең селекция сорттары орлоғон үҫтереү һәм һатыу өсөн республикалағы ауыл хужалығы предприятиеларын, фермерҙарҙы бер­ләш­терҙе. Сәсеү материалы менән аграрийҙарҙы Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү инсти­тутының селекция үҙәге тәьмин итә. Быларҙың барыһы ла фәнни ҡаҙа­ныштарҙы коммерциялаш­ты­рыуға булышлыҡ итә.



Вернуться назад