Баһадирҙар эсемлегенә һатып алыусылар араһында ихтыяж ҙур
— Күсемгә барһағыҙ, Зилә менән Флүр Йосоповтарҙың ҡымыҙынан ауыҙ итмәйенсә ҡайтмағыҙ, бигерәк шифалы уларҙың эсемлеге, — тип әйтеп ҡалды Шишмә район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы бүлеге белгестәре.Беҙ, шул тарафҡа юл төшкәс, маҡталған ҡымыҙҙан ауыҙ итергә булдыҡ.
— Тәбиғәтебеҙ ҡымыҙ етештереү өсөн яралғандыр инде. Яландар ҙа, ҡылғанлы тау һырттары ла, урман-тауҙар ҙа бар, шуға күрә беҙҙә яһалған баһадирҙар эсемлеге күптәргә оҡшай, — ти Флүр Вәсиғ улы.
Ҡымыҙ йәйләүе ауылдан бик йыраҡ урынлашмаған. Хозур тәбиғәт ҡосағында йылҡыларға рәхәт, ямғырҙан һуң иркен ялан-ҡырҙар шифалы үләнгә байыған. Эргәлә генә йылға аға, көноҙоно болонда утлаған малға был бик уңайлы.
Хужалыҡта бөгөн башҡорт тоҡомло 80 баш йылҡы аҫрала, 40 бейә көнөнә 250 килограмм һөт бирә.
1999 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторғанға тиклем, Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған Зилә Миңлеғәле ҡыҙы Йосопова тәүҙә сауҙа өлкәһендә эшләгән, аҙаҡ инде үҙ эшен асырға йөрьәт иткән. Элек-электән уның ата-әсәһе лә, ҡәйнә-ҡайныһы ла ат тотоп, бейә һауып, ҡымыҙ етештергән. Шуға ла ирле-ҡатынлы Йосоповтар бер ниндәй икеләнеүһеҙ йылҡысылыҡҡа тотона һәм үкенмәй. Элекке Асаев исемендәге колхоздың буш торған ат фермаларын һатып алып, ярайһы ғына ремонт үткәреп, тирә-яғын кәртәләп, эшмәкәрлектәрен башлап ебәрәләр. Әлбиттә, кәрәкле йыһаз, ҡорамал һатып алыуға өлгәшәләр. “Тәүҙә ауырға төшһә лә, аҙаҡ яйлап ҡымыҙ етештереү серҙәренә төшөндөк. Атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт, кәңәштәренән айырманылар”, — тип ҡыуана Йосоповтар.
Бөгөн хужалыҡта алты кеше эш менән мәшғүл. Бейәләрҙе дүрт тапҡыр һауалар. Баһадирҙар эсемлегенә һатып алыусылар араһында ихтыяж ҙур, уның даны күптән инде тирә-яҡҡа таралған. Күмәртәләп алыусылар ҙа бар, туй мәжлестәренә, юбилейҙарға, башҡа сараларға алдан заказ буйынса әҙерләйҙәр. Ҡымыҙҙан тыш фермерҙар ҡаҙылыҡ та етештерә, был ризыҡты ла йыш һорайҙар икән, уны киләсәктә күпләп етештерергә иҫәп тоталар.
Йылҡы малы 160 гектар майҙанды биләгән көтөүлектә тотола. Мал аҙығын үҙҙәре хәстәрләй, баҫыу эштәрен атҡарыу өсөн техникалары бар. Киләсәктә Йосоповтар табышлы һәм ҡулайлы шөғөлдө тағы ла үҫтереүҙе ниәтләй, йылҡы һанын арттырыуҙы күҙаллай.
— Шөкөр, ауылда ла бөгөн матур итеп йәшәргә мөмкинлектәр етерлек, ә тырыштарға юлдар һәр саҡ асыҡ. Етмәһә, республика, район етәкселеге фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, — ти Зилә менән Флүр Йосоповтар.
Шишмә районы.