Ҡаҙылығын тәмләп ҡара, итенән дә ауыҙ ит...20.07.2018
Хәләл ризыҡ менән ҡыуандыралар

Ҡаҙылығын тәмләп ҡара, итенән дә ауыҙ ит...Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл хужалығы кооперацияһы йүнәлеше киң үҫешә, төбәктәрҙә бер нисә хужалыҡ берләшеп, ҡулланыусылар кооперацияһы ойоштороп, матур ғына эшмәкәрлек алып бара. Әлбиттә, кооперация — заман талабы, сөнки бергә эшләгәндә генә уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин. Продукция һатыуҙан килгән табыш, төрлө сығымдар кооператив ағзалары араһында бер тигеҙ бүленә, бөтә ҡарарҙар бергә тикшерелеп, уртаҡ фекергә килеү мөмкинлеге бар.


Шуныһы ҡыуаныслы: республика етәкселеге лә кооперацияға бер­лә­шеүгә ыңғай ҡарашта. Уның күҙал­лауынса, һәр ауылда ауыл хужалығы кооперацияһы булырға тейеш. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитеттарға, профилле министрлыҡтарға был тәңгәлдә аныҡ бурыстар билдәләгәйне. Ысынлап та, кооперация, бәләкәй эшҡыуарлыҡты артабан да үҫтереүгә этәргес биреп, һүнеп барған ауылдарға ла йән өрөр ине, минеңсә.
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, төбәктә етеш­те­релгән ауыл хужалығы продукция­һының 51 процентын нәҡ шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгәне тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә осраҡта ауыл кешеһе үҙ көсө менән үҫтергән йәшелсәһен, емеш-еләген, ит-һөтөн уңышлы һата алмай. Шунлыҡтан улар алыпһатарҙарға йә булмаһа баҙарҙа арзан хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүр, ҡайһы саҡ бөтөнләй ташлап ҡуялар. Был осраҡта кооперация, әлбиттә, ярҙамға килә лә инде.
Шишмә районында уңышлы эшмәкәрлек алып барған “Экопрод” ауыл хужалығы кооперацияһы бар. Уның составына алты фермер — Дамир һәм Хәсән Иҙиәтуллиндар, Булат Фәттәхов, Әлфәт Сафин, Гизәр Лотфуллин һәм Марат Әхмәтшин ингән. Кооперация вәкилдәре экологик яҡтан таҙа ит деликатестары етештереүгә йөҙ борған, “сифатлы һәм тәмле ит ризыҡтарына ихтыяж ҙур”, — ти улар. Әлбиттә, кооперацияны ойоштороуға Тәпәреш ауылы фермеры Дамир Сәғитйән улы Иҙиәтуллин күп көс һала, уның башланғысын башҡалар күтәреп ала.
Ҡаҙылығын тәмләп ҡара, итенән дә ауыҙ ит...— Бөгөн кооперативта ике меңгә яҡын мал тотола, йылҡылар ҙа бар. Бынан тыш, йөҙҙән ашыу баш ҡош-ҡорт та аҫрала, — ти Дамир Сәғитйән улы. — Әле ит деликатестары етештереүҙе башлап ҡына торабыҙ, баҙарҙы өйрәнеп, ҡулланыусыларҙың ихтыяжын билдәләйбеҙ.
Уңған фермер 2003 йылда уҡ Тәпәреш ауылындағы район ҡулла­ныусылар йәмғиәтенең дөйөм майҙаны 258 квадрат метр тәшкил иткән элекке магазин бинаһын һатып ала. Бөгөн бында етештереү цехы урынлашҡан, ул заманса ҡорамалдар менән санитар ҡағиҙәләргә таянып йыһазлан­дырылған, ҡеүәтле һыуытҡыстар, әҙер продукция һаҡлау өсөн келәттәр булдырылған. Әйткәндәй, бөтә ҡорамалдарҙы ла кредитҡа түгел, ә үҙ аҡсаларына һатып алғандар.
Ҡулланыусылар экологик яҡтан таҙа, соя, консерванттар, төрлө тәмләткестәр ҡушылмаған ҡаҙылыҡты, ыҫланған йылҡы итен, салоны, һыйыр, ҡош итенән әҙерләнгән төрлө колбасаны, ыҫланған итте яратып һатып ала. Киләсәктә фермерҙар продукция төрлөлөгөн арттырырға иҫәп тота, ярымфабрикаттар — билмән, курник һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештереү цехы асырға күҙаллай. Шуныһы мөһим: продукция хәләл стандарттарына яуап бирә.
— Производство эшмәкәрлеген туҡтауһыҙ тәьмин итеү өсөн, шөкөр, сеймал етерлек, уңайлы шарттар булдырылған. Беҙҙең малдар шифалы үлән ашап, саф һауала туҡлана, уларҙың рационында бер ниндәй химикат ҡулланылмай, ғөмүмән, беҙ етештергән продукция һәр яҡлап таҙа һәм сифатлы, — ти фермер.
“Экопрод” йәмғиәте төрлө күргәҙ­мәләрҙә үҙ продукцияһын танытып, әүҙем ҡатнаша. Өфө ҡалаһында үткән “Ит Фест” ит фестивалендә ҡатнашып, мәҫәлән, кооператив ыңғай баһа алған. Әлегә кооператив етештергән аҙыҡ-түлекте районда ауыл магазиндарында, шәхси эшҡыуарҙарҙа һатып алырға мөмкин. Киләсәктә Өфө ҡалаһында, Бүздәк ауылында үҙ магазиндарын асып, халыҡты тәмле ит ризыҡтары менән ҡыуандырырға иҫәп тота фермерҙар. Ә уларҙың эшмәкәр­легенең артабан сәскә атырына шик юҡ, сөнки кооперативта уңған, тырыш һәм булдыҡлы егеттәр эшләй.


Вернуться назад