Өйөр-өйөр юртаҡтары...18.07.2018
Өйөр-өйөр юртаҡтары...Төбәктә, эре ауыл хужалығы предприятиелары менән бер рәттән, аяҡҡа баҫыу осорондағы ауырлыҡтарҙы үтеп, бөгөн 80-дән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшмәкәрлек алып бара һәм райондың иҡтисади үҫешенә һәр яҡлап тос өлөш индерә. Улар малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Игенен дә үҫтерә, һөт продукцияһы етештереп, йәшелсә, емеш-еләген тәрбиәләп, аҡса эшләү юлын таба.

Тәпәреш ауылынан Дамир Иҙиә­тул­лин — тап шундай уңған, тырыштарҙың береһе. Ул — бик бөтмөр, алдынғы ҡарашлы етәксе, иҡтисадты һәйбәт белгән ер кешеһе. Уның хужалығы төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле.
Дамир Сәғитйән улы 1992 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Үҙ эшен асҡанға тиклем колхозда төрлө вазифалы урындарҙы биләй, һәр ерҙә үҙен эшһөйәр, тырыш эшсән итеп таныта. Әммә колхоз-совхоздар тар­ҡалып, күптәр ҡыҫҡартылыуға эләк­кән­дә эшһеҙ тороп ҡала. Әлбиттә, ғүмер буйы колхозда тир түккән Дамир Иҙиә­туллинға был осор ауырға тура килә, ғаиләне ашатырға-тәрбиәләргә кәрәк, урта мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙарына юғары белем биреүгә лә көс талап ителә. Ҡул ҡаушырып ултырып өйрән­мәгән, бала саҡтан хеҙмәт һөйөп үҫкән егет шул саҡта үҙ эшен булдырырға ҡарар ҡыла. Мал араһында үҫкәс, ауыл тормошон яҡшы белгәс, һис икелә­неүһеҙ ер эшенә тотонорға, мал менән булышырға йөрьәт итә. “Кеҫәлә һуҡыр тин аҡса юҡ, кемдәндер һорап торорға ла мөмкинлек булманы. Аптыраған көндән банкка мөрәжәғәт итергә булдым. Ҙур процентҡа кредит юллап, эшмәкәр­легемде башлап ебәрҙем”, — тип хәтерләй фермер ауыр саҡтарҙы. Уның ул ваҡытта 50 гектар ере, иҫке генә булһа ла тракторы була.
Тәүҙә төбәктең ун фермеры берлә­шеп эш башлай, 200 гектар майҙанда эшмәкәрлек алып бара. Шулай бер аҙ эшләгәс, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплап, фермер егеттәр айырылышып, һәр кем үҙ юлынан китә. Дамир Сәғитйән улы, өс бәләкәй хужалыҡты үҙендә ҡалдырып, ныҡлап фермер хужалығын аяҡҡа баҫтырырға тотона.
Шөкөр, Дамир Иҙиәтуллин — бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе. Хужалығы күптән инде төбәктә алдынғылар иҫәбендә, уның менән кәңәшләшәләр, иҫәплә­шә­ләр, тәжрибә уртаҡлашырға ла киләләр. Ул райондың барлыҡ фермерҙары менән яҡшы мөнәсәбәт булдырып, бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәй һәм бынамын тигән итеп үҙ эшен алып бара. “Үҙем өсөн тырышмайым, киләсәк быуындарға етһен, ҡалһын тип көс һалам. Тыуған яғым сәскә атһа, ауылдаштарыма эш урындары булһа ине, тигән маҡсатта эшләйем”, — ти уңған фермер.
Йәмғиәт, нигеҙҙә, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Етәкселек, 400-гә яҡын башҡорт тоҡомло йылҡы аҫрап, көтөүҙе йыл һайын йәш тай-ҡолондар менән тулыландыра. Башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм ат спортын халыҡҡа таратыу буйынса Иҙиәтуллин байтаҡ эш башҡара. Ат спорты мәктәбе ойошторған, уның юртаҡтары Рәсәй, республика, район күләмендә үткәрел­гән ярыштарҙа, хатта халыҡ-ара бәй­геләрҙә ҡатнашып, диплом-грамо­таларға, алты алтын һәм биш көмөш миҙалға лайыҡ булған, Салауат Юлаев исемендәге һәм генерал Шайморатов приздары менән бүләкләнгән.
Йылҡысылыҡтан тыш, фермер хужалығында 200 баш һыйыр малы, ҡош-ҡорт, ҡуяндар ҙа бар. Әйткәндәй, һыйыр малын фәҡәт ит етештереү йүнәлешендә генә тота. Тағы ла шәхси ихатаһында ҡыр хайуандары, ҡыр ҡоштары аҫрала.
Техника паркын яңыртыуға аҡса йәл­ләмәй Дамир Сәғитйән улы. Баҫыу­ҙарҙа, һөтсөлөк фермаларында заманса ауыл хужалығы ҡорамалдары ҡул­ла­ныла. Уларҙы ремонтлау өсөн оҫ­тахана эшләй.
Фермер хужалығында 15 кеше хеҙ­мәт итә, ике мең гектарҙан ашыу май­ҙанда улар баҫыу эштәрен башҡара. Күрше ауылдарҙан килеп эшләгәндәргә дөйөм ятаҡ ҡаралған, ашхана бар.
— Хеҙмәт кешеһенә ихтирам менән ҡарайбыҙ, уларҙың эшен баһалай беләбеҙ, — ти фермер. — Ял йорттарына, шифаханаларға юлламалар менән бүләкләйбеҙ. Эш хаҡын ваҡы­тын­да түләгәс, беҙгә эш һорап мөрәжә­ғәт итеүселәр байтаҡ.
Хужалыҡ Тәпәреш ауыл биләмәһе хакимиәте менән яҡшы мөнәсәбәттә, бар эште бергәләп башҡарырға ғәҙәт­ләнгәндәр. Дамир Иҙиәтуллин ауылда, районда, республикала үткәрелгән мәҙәни-спорт сараларынан ситтә ҡалмай, һәр ваҡыт бағыусылыҡ менән шөғөлләнә.
Ҡатыны Миләүшә Суфийән ҡыҙы — Дамир Сәғитйән улының төп таянысы һәм кәңәшсеһе. Өлкән ҡыҙҙары Вилена – хужалыҡтың мал табибы, Диана ла атаһына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. “Бергә эшләгәндә генә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә мөмкин, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк”, — ти фермер Дамир Иҙиәтуллин.


Вернуться назад