Төбәктәрҙә мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
“Агро-Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәренең кәйефе күтәренке. Улар яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында теүәлләп, малдарҙы йәйләүгә күсереп, бөгөн бар көстө ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлткәндәр. Төбәктә алдынғыларҙан иҫәпләнгән хужалыҡ малсылыҡ өлкәһендә лә, үҫемлекселектә лә һынатмай, күп кенә күрһәткестәр буйынса башҡаларға үрнәк булып тора.
“Агро-Альянс” алты мең гектар майҙанда игенселек менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙы етәкселек маҡсатлы ҡулланып эш итә, сүп-сарға күмелеп ятҡандары юҡ. Ауыл халҡы ялан-туғайҙарҙа, баҫыуҙарҙа тырышлыҡ күрһәтә. Хужалыҡтың өс силос соҡоро бар. Әле сенаж һалыу дауам итә, бер соҡоро һутлы үлән менән тулыланған да инде. Былтырҙан бөтөнләй тотонолмай ҡалған силос соҡоро ла ҡышҡыһын файҙаланыласаҡ, төргәктәрҙә бесән дә артып ҡалған.
Хеҙмәтсәндәр бесән хәстәрләүгә лә төшкән, көн буйы кипкән үләнде яланда оҙаҡ тотмайҙар, ҡеүәтле техника ярҙамында уны төргәктәрҙә йәмғиәт ихатаһына ташыйҙар. Ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап ителмәй икән. Силосҡа тип ултыртылған кукуруз баҫыуҙары ла, шәкәр сөгөлдөрө лә, белгестәр билдәләүенсә, матур булып үҫкән. Күп йыллыҡ үләндәргә лә иғтибар ҙур бында.
— Техника паркының бай һәм заманса булыуы баҫыу эштәрен бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Ситтән техника йәлеп итмәй, үҙ көсөбөҙгә генә ышанырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, — ти баш агроном Рәмил Ибраһимов.
Ул хужалыҡта был йөктө бына утыҙ йыл тарта инде, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен дә намыҫлы йөрөтә. Етәкселек йыл һайын тиерлек паркты 100 миллион һумлыҡ яңы һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы ҡорамалдары, техника менән яңыртып тора икән.
Йәмғиәткә Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған Руслан Хәмитов етәкселек итә. Әйткәндәй, уның атаһы Марат Хәмитов та ошо хужалыҡта оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән. Уны күптәр һаман булһа оҫта ойоштороусы, тәжрибәле рәйес итеп хәтерләй.
— Ауыл кешеһенең уңғанлығына һоҡланам, үҙ ихатаһында ла тырыша, хужалыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, — ти Руслан Марат улы. — Шөкөр, эшсе ҡулдарға, белемле белгестәргә ҡытлыҡ юҡ, шулай ҙа эш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ.
Бөгөн кооперативта өс ауылдан 56 кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Эш хаҡы уртаса 16-17 мең һум тәшкил итә, төрлө социаль яҡлауҙар бар, премиялар ҡаралған. Шуныһы мөһим, йыл аҙағында эш һөҙөмтәләренә ҡарап, хужалыҡтың алдынғы бер хеҙмәткәренә еңел автомобиль дә тапшырыла. Был, әлбиттә, халыҡ араһында эшкә дәрт уята, илке-һалҡылыҡты кәметә. Былтыр, мәҫәлән, Айрат Вәлиәхмәтовҡа ошондай бәхет йылмайған.
Ҡара-сыбар тоҡомло бер мең баш һыйыр малы механизацияланған иркен, яҡты һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған өс һөтсөлөк фермаһында тотола. Йәйге лагерҙарҙа ла ҡеүәтле һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. Малсылар бөгөн 330 башты һауып, биш-алты тонна аҡ ала.
Һөттө лә үҙҙәрендә эшкәртәләр, бынан бер нисә йыл элек һөт заводын сафҡа индергәндәр. Унда көн һайын биш тоннанан ашыу продукция етештерәләр. Производствола унлап кеше мәшғүл. Бынан тыш, бында ҡымыҙ ҙа яһайҙар, ә кәрәкле сеймал менән “Агро-Альянс”ҡа ҡараған йылҡысылыҡ фермаһы тәьмин итә.
Завод продукцияһы социаль учреждениеларға — мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға, шулай уҡ Өфөнөң сауҙа селтәрҙәренә оҙатыла. Шуның менән бергә предприятие үҙенең продукцияһына хаҡтарҙы халыҡ һатып ала алырлыҡ кимәлдә һаҡлап ҡалырға тырыша. Тәбиғи һөттән яһалған продукция юғары сифаты менән айырылып тора. Оҙаҡ һаҡлар өсөн бер ниндәй консервант йәки башҡа матдә ҡушылмай.
Етәкселек киләсәктә мал һанын ишәйтеп, продукция етештереүҙе тағы ла арттырыу уйы менән янып йәшәй, ә хужалыҡ алдағы көндәрҙә лә райондың ғорурлығы булырға иҫәп тота.