Ҡала күркәмләнә13.07.2018
Стәрлетамаҡта ихаталарҙы төҙөкләндереү әүҙем бара. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проекты буйынса ҡалаға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 80 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
Партияның урындағы бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала туғыҙ адрес буйынса эш тамамланған, тағы ла туғыҙ ихатала ремонт һәм төҙөкләндереү бара, графикка ярашлы эш тулыһынса июль уртаһында тамамланырға тейеш.
Бынан тыш, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары һатып алыуға, әҙерләүгә һәм ҡуйырға килешеүҙәр төҙөлгән. Партия проектында ҡатнашҡан ихаталарҙың барыһында ла видеокамералар ҡуйылған. Улар теләге булған һәр кешегә ремонт эштәрен онлайн тәртибендә күҙәтеү мөмкинлеген бирә.
Шул уҡ ваҡытта конкурс һөҙөмтәһе буйынса асыҡланған подрядсы торлаҡ хужаларының төҙөкләндереүгә ҡамасаулауына зарланды. Автомобилен йылдар буйы билдәле бер урынға ҡуйған кешеләр бордюрҙар ҡуйыусыларҙың, асфальт түшәүселәрҙең эшен тотҡарлай. Мәсьәләне хәл итеү өсөн йәмәғәт комиссияһы ағзалары подрядсыға участка вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ күп фатирлы йортта йәшәгәндәргә хәлде аңлатыу өсөн ошо өйҙә һайлап ҡуйылған вәкилдәрҙе саҡырырға тәҡдим итте.
Проект нигеҙендә быйыл, ихаталарҙан тыш, Хоҙайбирҙин урамындағы Мәңгелек уттан алып Элеватор урамы киҫелешенә тиклемге юл буйындағы аллеялар төҙөкләндерелә. Әле проект экспертиза үткән, тиҙҙән конкурс ойошторолоп, подрядсы менән килешеү төҙөләсәк. Бөгөн аллеяларҙа канализация коллекторҙары алмаштырыла.